япраҡ яра. Яҙ көнө йылы яҡтан ҡоштар ҡайта.
-Афарин, балалар яҙ тураһында бик матур һөйләнегеҙ. Беҙгә киләһе эште эшләргә кәрәк. Терпегә ярҙам итергә ашығайыҡ. Ҡарағыҙ әле бында нимәләр төшөрөлгән, исемдәрен әйтәйек.
-Айыу, ҡуян, терпе.
-Былар нимәләр?
-Хайуандар.
-Ә хәҙер яҙ миҙгелендә хайуандарҙың тормошон һөйләп үтәйек.
-Айыу яҙ көнө нимә эшләй? (Йоҡонан уяна)
-Ә ҡуян нимә эшләй? (Тунын алмаштыра)
Йәй көнө ҡуян ниндәй төҫтә була? (Һоро төҫтә). Ә ҡыш көнө туны ниндәй төҫтә була? (Аҡ төҫтә була).
- Ә терпе нимә эшләй? (Йоҡонан уяна)
-Бына беҙгә хат яҙған терпе лә яҙ көнө йоҡонан уянғанда иптәштәрен тапмаған.
-Был хайуандар ҡайҙа йәшәйҙәр?
-Был хайуандар урманда йәшәйҙәр.
-Шулай булғас бер һүҙ менән ниндәй хайуандар тип йөрөтәбеҙ?
-Ҡырағай хайуандар. Һәр хайуандың үҙ балаһы бар.
-Әйҙәгеҙ беҙ уларҙың балаларын табып ҡуяйыҡ. Һин нимәнең балаһын ҡуйҙың? (Ҡуян балаһы). Балалар дөрөҫ ҡуйҙымы, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Афарин, балалар, хайуандарҙың балаларын таптыҡ. Юлыбыҙҙы дауам итәйек, терпе көтәлер. Ә хәҙер ял итеп алайыҡ.
Ял минуты.
Тейен сәпәкәй итә, (сәпәкәй)
Ҡуян иҙәнде тибә, (тыпырлау)
Ә айыу тайыш табан, (уңға, һулға башын һелкетә)
Башын ғына һелкетә.
Һеҙгә оҡшанымы, әйҙәгеҙ тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайыҡ.
Афарин балалар, юлыбыҙҙы дауам итәйек.
Балалар, беҙ һеҙҙең менән бөгөн терпегә дуҫтар табырға кәрәк. Уның да дуҫтары булһа уға ла күелле булыр. (Өлгө таҡтала тора). Балалар, терпеләр бында йыйылғандар икән. Ҡарағыҙ әле терпенең нимәләре юҡ?
-Терпенең энәләре юҡ.
-Эйе, терпенең энәләре була. Мин хәҙер терпенең энәләрен эшләп күрһәтәм. Иң беренсе терпенең өҫтөнә елем һөртәм. Ә энәләрен ҡырҡылған ептәр ярҙамында эшләйем. Ул терпенең энәләре бу
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>