Тәбиғәт бөтмәҫ ҡаҙна түгел

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Төп белем биреү өлкәһе - танып белеү
Маҡсаттар:
1. Балаларҙа экологик фекер йөрөтөү һәләттәрен, эҙләнеү - тикшереү эшмәкәрлеге элементтарын формалаштырыу: маҡсатҡа ярашлы тәжрибәләр үткәреү һәм гипотезалар тәҡдим итеү;
2. Балаларҙа танып- белеү, эҙләнеү-тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Эҙләнеү- тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы аңлата белеү, һығымта яһау өсөн диалогик телмәрҙәрен үҫтереү. Беҙҙе уратып алған мөхит- һыу , һауа үҙенсәлектәре тураһында балаларҙың белемдәрен нығытыу;
3. Билдәһеҙлекте асыуға ыңғай ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Балалар эшмәкәрлеге төрҙәре: аралашыу, эҙләнеү - тикшеренеү.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр: интегратив сифаттар үҫтереү- "актив һәм ҡыҙыҡһыныусан", "аралашыу сараларына , өлкәндәр һәм үҙ тиҫтерҙәре менән үҙ - ара тьәҫир итеү ысулдарына эйә булыу", "уҡыу эшмәкәрлеге буйынса универсаль шарттарға эйә булыу".
Йыһазландырыу:
Аудио-саралар: мультимедиа проекторы, экран, видео һәм фотослайдтар
Дидактик саралар: план - карта, һандыҡ; пластик шешә; балалар һаны буйынса стакандар; һыу; тоҙ һалынған һауыттар; пароллон киҫәктәре; дүрт асҡыс; тоҙ һауыты; газлы һыу; газлы һыу өсөн тәрән һауыт; пластилин киҫәктәре; ҡағыҙ һәм клеенка салфеткалар; ваҡ сөйҙәр; магнит.
Алдан алып барылған эш: тәбиғәттә күҙәтеүҙәр, әңгәмәләр: "Һыуҙың үҙенсәлектәре", "Һыу нисек үҙгәрә?", "Магнит һәм тимер", "Магнит нимә эшләй ала?", "Нимә ул һауа?", һыу, магнит менән тәжрибәләр. "Тәбиғәт хазинаһы" темаһына һүрәттәр ҡарау. Дидакт уйындар: "Һин һүрәтлә, ә мин әйтәм", "Предметты һүрәтлә", "парын тап". Нәфис әҙәбиәт уҡыу: "Ямғыр яу" Н. Игеҙйәнова, "Ямғыр теләге"

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: