Т. Ғарипованың Бөйрәкәй романында фразеологизмдар

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


ТЕМА. Т. ҒАРИПОВАНЫҢ "БӨЙРӘКӘЙ " РОМАНЫНДА ФРАЗЕОЛОГИЗМДАР.
Романда ҡулланылған фразеологизмдарҙың бәйләнеш үҙенсәлектәре

"Фразеология" термины грекса "frasis" (һүҙбәйләнеш,әйтем) һәм "logos" (фән) һүҙҙәренән яһалған һәм хәҙерге телдә төп ике мәғәнәлә ҡулланыла:
тел ғилеменең тотороҡло һүҙбәйләнештәр тураһындағы бүлеге;
бер телдең ошондай һүҙбәйләнештәр йыйылмаһы;
айырым яҙыусы ҡулланған тотороҡло һүҙбәйләнештәр системаһы .
Фразеологияның төп өйрәнеү объекты -фразеологик берәмек. Фразеологик берәмек типмәғәнәһе һәм төҙөлөшө яғынан ойош, нығынған , телмәргә әҙер килеш алына торған . экспрессив биҙәкле, образлы һүҙбәйләнештәр атала. Тимәк . синтаксистағы бөтә һүҙбәйләнештәр ҙә фразеологияға һыйып бөтмәй , уларҙың айырым төрҙәре генә инә. Шул уҡ ваҡытта фразеологик берәмек айырым һүҙҙәрҙән телдәге ирекле һүҙбәйләнештәр ҡалыбы менән яһала. Ғөмүмән . һүҙбәйләнеш-ул мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан үҙ-ара бәйле ике йәки бер нисә һүҙ. Мәҫәлән :йәшел туғай ,сал дала,бейек тау һ. б. Кешенең телмәре һүҙҙәрҙән тора. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙә һүҙҙәр үҙ-ара мәғәнә яғынан да . грамматик яҡтан да бик ныҡ берегеп китә һәм тарҡалмай торған бер берәмеккә әйләнә, һөйләмгә улар әҙер көйөнсә генә индерелә . Мәҫәлән: баш ватыу -берәй эш -хәлде уйлап еткерә алмай аҙапланыу ;үксә ялтыратыу- ҡасыу; йөрәк ярһыу- ныҡ тулҡынланыу Һ. б. Миҫал өсөн "йөрәк ярһый" урынына "үпкә ярһый ", "бауыр ярһый" тип һис кенә лә әйтә алмайбыҙ ,сөнки был һүҙбәйләнештәр күрһәтелгән мәғәнәлә ҡулланылмай һәм "йөрәк ярһый "ҙы алмаштыра алмай ; шулай уҡ "баш ватты " урынына "баш онтаны " йә иһә "ҡул ватты" тип әйтеп булмай.
Фразеологик берәмек кәмендә ике һүҙҙән тора һәм

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: