Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Тема: Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли батыры. Һөйләм киҫәктәре.
Маҡсат:
Халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлын, ижадын өйрәнеү;
Телмәр үҫтереү; Һөйләм киҫәктәрен ҡабатлау.
С. Юлаевтың шәхесенә, ижадына һөйөү, ихтирам тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: слайд

Дәрес барышы.
1. Ойоштороу мәле. . Һаумыһығыҙ. . . Дежур. . . .
2. Артикуляцион күнегеү. Тел шымартып алабыҙ. Мин уҡыйым.
Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе -
Күккә ашҡан Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым!
- Шиғырҙан башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен табып, аҫтына һыҙырға кәрәк. (бер уҡыусы таҡта алдында эшләй)
- Бына хәҙер ошо өндәргә иғтибар итеп хор менән уҡыйбыҙ.
3. Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу
Был шиғырҙың рус вариантын, тәржемәһен уҡып ишеттерегеҙ әле

Уҡыусылар, был шиғырҙың авторы кем?Культура Башкортостана дәресендә һеҙҙең был шиғырҙы ишеткәнегеҙ бар. Кем әйтә алыр? -Тимәк, балалар, беҙ бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Эйе, балалар С. Юлаев тураһында һөйләшербеҙ Һәм һөйләм киҫәктәре темаһын ҡабатлап үтәсәкбеҙ.
Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән С. Юлаев тормошо менән таныша башланык. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп алайыҡ әле:
Викторина
1). Кем ул Салауат Юлаев?( шағир-импровизатор, сәсән, милли герой. . )
2). С. Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1754 йыл, Салауат районы Тәкәй ауылы)
3)Атаһының, әсәһенең исеме кем? (Юлай Аҙналин, Көнбикә)
4). Салауат Юлаевҡа атлы һәйкәл ҡайҙа урынлашҡан? Авторы кем? (Өфө ҡалаһында. Сосланбек Тавасиев)
7). Нисә йыл каторгала була? (25)
8). С. Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа үлә? (1800 йыл, Эстония)

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, С. Ю тыуған ауылын яндыралар һәм ерен һөрөп ҡуялар. Ниңәлер был ергә башҡо

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: