Против наркомании, алкоголизма, курения

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5  >  >>

һауа ташый. Әммә төтөн һауаға ҡарағанда көслөрәк, ул кәмәлә һәр ваҡыт беренсе булып урын биләргә тырыша. Уйлап ҡарағыҙ әле, үпкәләргә төтөн һауаға ҡарағанда күберәк инһә, нимә булыр икән? (Үпкәләр ҡарая, яман шеш сиренә һабыша). Ә яман шеш сирен дауалап булмағанлығын үҙегеҙ беләһегеҙ.
Ә был - йөрәк. (Йөрәк һүрәте).

Йөрәк организмда насос ролен үтәй. Ул һауа йыйылған кәмәләрҙе ҡан менән бнргә тәндең бөтә өлөштәренә лә этеп индерә. Ә төтөн ялҡау. Тәмәке төтөнө бар ағзаларҙың да эшенә ҡамасаулай. Ғалимдар фекеренсә, әгәр тыуасаҡ баланың атаһы йәки әсәһе һәр ике аҙнаға бер тапҡыр эсһә, бала тыумыштан уҡ эскесе буласаҡ. Йәштәр һыраны иң файҙалы, стилле, ҡеүәт арттырыусы һәм йәштәрсә эсемлек тип ҡабул итә. Ә беҙ уны "Алкоголизмға индереүсе ҡапҡа" тип йөрөтәбеҙ.

Суд рәйесе: Рәхмәт, шаһит. Һүҙҙе ишек алдын йыйыштырыусыға бирәйек.
Йыйыштырыусы. Ишек алдын йыйыштырыусы кәрәкме? Әлбиттә, кәрәк. Тик эскеселәр, тәмәкеселәр тәмәке төпсөгөн, араҡы шешәһен сүп һауытына ташламайҙар, йыйыштырыусы ҡулы етмәҫ ергә ырғыталар, шунан тирә - яҡ мөхит бысрана, һүндерелмәй ташланған тәмәке төпсөгөнән янғын сыға. Штраф түләтергә кәрәк ундайҙарҙан.


Суд рәйесе: Тағы һорауҙар бармы?
Тәмәке һәм араҡы ғаилә бюджетын да ныҡ ҡаҡшата. Һатыусыларҙың билдәләүенсә, йәштәр күбеһенсә "Море" сигаретын ала. Үҫмер тәмәке өсөн күпме аҡса тотона?
15 көн 10 150 һум айына.
150 көн 12 ай 1800 һум йылына.
Суд рәйесе: Һүҙ яҡлаусыға бирелә.
Яҡлаусы: Хөрмәтле суд. Ғәйепләнеүселәргә бик ҙур ғәйеп ташланды, күбеһе менән ризалашмайым. Дөрөҫ, тәмәке тартыу, араҡы эсеү - насар ғәҙәт, быларҙың барыһы өсөн тәмәке менән араҡы түгел, ә кеше үҙе ғәйепле. Тәмәкене, араҡыны кеше тапҡан, шуға күрә уларҙы түгел, кешене ғәйепләргә кәрәк.

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: