Суд рәйесе: Хөкөм ҡарары сығарыу өсөн суд кәңәшмәләр бүлмәһенә сыға.
Суд рәйесе: Хөкөм ҡарарын уҡыйым. Суд рәйесе, сәркәтип, шаһиттар, ғәйепләүсе, яҡлаусы - халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатынан тәмәке менән араҡының кешене ағыулауҙа, төрлө афәт, бәлә - ҡаза, янғын сығарыуҙа, тирә - яҡты сүпләүҙә һәм бысратыуҙа ғәйепләү эшен ҡараны.
Суд шаһиттар, ғәйепләүсе, яҡлаусы сығыштарын тыңлағас, тәмәке менән араҡыны ғәйепле тип тапты.
Уҡытыусы: Судта һөйләгәндәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Тормош - һәр кем өсөн ҡәҙерле. Тәбиғәт тарафынан билдәләнгән тормош осорон лайыҡлы, бәхетле, үкенмәҫлек, мәғәнәле, үҙен һәм йәмғиәт өсөн файҙалы итеп уҙғарыу - һәр кешенең бурысы. Сәләмәт кеше генә бәхетле була, тормошта уңышҡа ирешә. Әйҙәгеҙ бәхетле булайыҡ, тормошта уңышҡа ирешәйек. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, бергәләп сәләмәт тормош өсөн көрәшәйек!
Ҡулланылған әҙәбиәт:
В. Н. Ягодинский "Школьнику о вреде никотина и алкоголя". М. , "Просвещение", 1985.
А. Г. Хрипкова, М. В. Антропова, Д. А. Фарбер. "Возрастная физиология и школьная гигиена". М. , Просвещение, 1990.
Ғүмәров В. З. ," Башҡорт халыҡ медицинаһы",Өфө, БКН, 1991.
Гәзит- журнал материалдары.
Страницы: << < 3 | 4 | 5