цебы 8 быуатта Көнбайыш Европа алхимиктары тарафынан уйлап табыла. Уны Аква Вита - тереклек һыуы тип атағандар. Араҡы ул ваҡытта һалҡын тейеүҙән һәм башҡа ауырыуҙарҙан дауалау өсөн дарыу булараҡ ҡулланыла. XIV быуатта урыҫ сауҙәгәре ошо дарыуҙы Рәсәйгә алып ҡайта. Урыҫтарға Аква Вита бик оҡшап ҡала. Уны табиптар ҡушҡандан күберәк һәм йыйшыраҡ ҡуллана башлай.
Көндәлек тормоштан күреп тә шундай һығымтаға киләбеҙ: эскелек арҡаһында милләтебеҙ кешелек ҡиммәттәрен юғалта, һан яғынан кәмей һәм ҡурҡыныс деградация һәләкәте алдында тора.
Бөйөк рус яҙыусыһы Л. Н. Толстой: "Алкоголь - кешенең һаулығын бөтөрә, аҡылын ҡорота, ғаилә муллығын көлгә осора. Ә иң насары - эскесенең рухы тарҡала, нәҫеле һәләк була", - тигән.
Биш быуат элек, 1942 йылдың 12 октябрендә Христофор Колумб Америка ярҙарына барып төшә. Ерле халыҡ уны ихлас ҡаршы ала һәм төрлө бүләктәр бирә, араһында сигаро үләне лә була. Шулай итеп, ул бөтә илдәргә, континенттарға тарала башлай.
Тәмәкесе үҙенең генә түгел, ә эргәләге кешеләрҙең дә организмын ағыулай. Папирос төтөнөндә 20 - гә яҡын ағыулы матдә, шул иҫәптән никотин бар. Әгәр 5 папиростың никотинын ҡуянға ашатһаң, ул үлә. Ә 100 папиростыҡы атты үлтерә. Тәмәке тартыусылар үпкә сире менән йыш интегә, күбеһендә яман шеш осрай, нервы һәм йөрәк - ҡан тамырҙары системаһын, ағзалар эшмәкәрлеген зарарлай, ғүмерҙе ҡыҫҡарта, хатта үлемгә алып барып еткерә. Үҫмер саҡта тәмәке тартыу тағы ла хәүефлерәк, ул төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуҙан тыш, буйға үҫеүгә тотҡарлыҡ яһай.
Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып һәм кешенең сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртып, күп тапҡыр хөкөм ителеп тә, енәйәт ҡылыуын дауам иткәне өсөн улар судҡа бирелә.
Суд рәйесе: Ғәйепләнеүселәр, ни өсөн хөкөм ителеүегеҙ аңлашыламы?
Тәмәке, араҡы: Эйе, аңлашыла.
Суд рәй
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>