Против наркомании, алкоголизма, курения

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


ФИЗИК ҺӘМ РУХИ СӘЛӘМӘТЛЕК - ЙӘШӘҮ НИГЕҘЕ
( Класс сәғәте)

ФИЗИК ҺӘМ РУХИ СӘЛӘМӘТЛЕК - ЙӘШӘҮ НИГЕҘЕ
( Класс сәғәте)






Маҡсат:
1) Балаларға эскелеккә нәфрәт, килешмәүсәнлек уятыу;
2) Тәмәкегә, тәмәке тартыусыларға ҡарата сирҡаныу тойғоһо тәрбиәләү, тәмәкенең кеше һаулығы өсөн зарарлы булыуын төшөндөрөү.
Йыһазландырыу:
:: мәҡәлдәр,
:: гәзит - журнал материалдары,
:: компьютер, проектор.
Дәрес барышы

Уҡытыусы:
-Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар:
Нигеҙендә ята йомартлыҡ.
Изгелекле халҡым йолалары -
Алтындарҙан - алтын йомартлыҡ.

-Халҡыбыҙға тағы ниндәй һыҙаттар хас?
Ҡунаҡсыллыҡ, тыйнаҡлыҡ, иплелек, изгелеклелек, таҙалыҡ.

Беҙҙең ата - бабаларыбыҙ һаулыҡ һәм таҙалыҡ нигеҙендә ныҡлы нәҫел тәрбиәләү хәстәрен күргән, ҡулды йыумайынса аш - һыу тирәһенә килмәгән, оҙон тырнаҡтар, еткән сәс йөрөтмәгән, өҫ - баш ҡараулы, бөхтә булған. Кеше айыҡ, сәләмәт тормош алып барған. Ҙур ғаиләләрҙә татыу йәшәп, бала халыҡ йолаларын, ғөрөф - ғәҙәттәрен зиһененә һеңдереп үҫкән. Кешеләрҙең тормошона тәмәке һәм эскелек ҡайҙан килеп ингән һуң? Ошо хаҡта сәхнәләштерелгән уйын ҡарайыҡ.
(Залға алдан билдәләнгән суд рәйесе, сәркәтип, шаһиттар инә, улар өлкән синыф уҡыусылары).


Суд рәйесе: Ғәйепләнеүселәрҙе залға алып инегеҙ. (Сигарет һәм араҡы костюмындағы ғәйепләнеүселәрҙе индереп ултырталар). Судты асыҡ тип итәм. Бөгөн тәмәке һәм араҡының кеше һаулығына, тормошона зыяны һәм зарарлы ғәҙәттәрҙе таратыуы тураһында эште ҡарарбыҙ. Ғәйепләнеүселәрҙең кемгә лә булһа һорауы бармы?
Тәмәке: Юҡ.
Араҡы: Юҡ.
Суд рәйесе: Тәмәке һәм араҡы нимәлә ғәйепләнә? Шуны судҡа еткерегеҙ.
Суд сәркәтибе.
Араҡының тарихы ошолай: уның ре

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: