Программа по внеклассной работе

Страницы: <<  <  4 | 5 | 6 | 7  >  >>

. Күп тапҡыр һөйләү отошло. Шуға күрә әкиәттәрҙе мөмкин тиклем йөкмәткеһенә яҡын итеп һөйләтергә кәрәк. Әкиәттәрҙе сәхнәләштереү, ролдәргә бүлеп уҡытыу уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә. Әкиәт геройҙары конкурсы ла бик ҡыҙыҡлы. Әкиәттәр буйынса төшөрөлгән һүрәттәр конкурсын да оноторға ярамай.
Уҡыусыларға "Урал батыр" әкиәте, "Аҡъял батыр", "Ҡариҙел" әкиәттәрен сәхнәләштереү тәҡдим ителә. Был халыҡ ижадына ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләй, балаларҙа уны өйрәнеү теләге тыуҙыра, ҡыҙыҡһындыра, әкиәтте уҡырға, һөйләргә өйрәтә. Урал батыр, Аҡъял батыр образдары аша батырлыҡ, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, белем һәм тәрбиә биреү маҡсаты ҡуя. Бала әкиәтте халыҡсан һүҙҙәр менән һөйләгәндә уның әсә телен белеүе, ҡыҙыҡһыныуы билдәләнә. Филология фәндәре кандидаты Ф. Санъяров билдәләүенсә, башҡорт халыҡ әкиәттәренең теле эмоциональ биҙәкле булыуы менән фольклорҙың башҡа жанрҙарынан айырылып тора. Эмоционаллек уларҙа ифрат күп саралар менән тыуҙырыла, үҙ сиратында хис - тойғоға бай булыу әкиәттәрҙең тәрбиәүи функцияһын быуаттар буйы тәьмин итеп килә.
Башланғыс кластарҙа үткәрелгән саралар күрһәтеүенсә, әкиәт теле өҫтөндә башҡарылған эштәр ярҙамында уны үҙләштереү эффектлыраҡ була, ваҡыт та аҙыраҡ талап ителә.
Фольклор - һәр кемгә аңлайышлы, баланы үҙен күрһәтергә этәреүсе берҙән-бер сара. Ул халыҡ рухының тамырҙарына төшөүгә, гүзәллекте тәрәнерәк өйрәнеүгә әйҙәүсе көс булып тора. Ваҡыт үтеү менән ул көс һүрелмәй, үҫкәндән- үҫә бара. Фольклор әҫәрҙәрендә халыҡтың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, бәхетле тормош тураһындағы өмөт, хыялдары, эстетик, философик, педагогик ҡараштары, тарихы сағыла. Фольклор материалдарын оҫта файҙаланып, уҡыусыларҙа Тыуған илгә, тыуған ергә, туған телгә һәм халҡыбыҙ тарихына ихтирам, иң оло һәм ғәзиз хистә

Страницы: <<  <  4 | 5 | 6 | 7  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: