Программа по внеклассной работе

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5 | 6 | 7  >  >>

ктәп программаһына индереүҙе лә тәҡдим итә.
Фольклор менән балалар этикетты һәм халыҡ тормошоноң башҡа яҡтарын өйрәнеүгә мөмкинлек алалар. Сөнки ул фольклор әҫәрҙәре аша балаға белем һәм тәрбиә биреү менән бер рәттән халҡыбыҙҙың хазинаһы, ҡомартҡыһы, тарихы, хыял, өмөттәре менән дә таныштырасаҡ. Һөҙөмтәлә, балаларҙа Тыуған илгә, туған телгә тәрән мөхәббәт, милли ғорурлыҡ хисе уянасаҡ.
Фольклор әҫәрҙәренең һәр төрөн өйрәнеүҙең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Шунлыҡтан тел дәрестәрендә эш алымдарын һәм методтарын жанр үҙенсәлектәренән сығып ойоштороу мотлаҡ. Халыҡ ижадының киң таралған һәм әһәмиәтле төрө - әкиәттәргә туҡталайыҡ.
Әкиәт булған һәр сара күтәренке кәйеф бүләк итә. Әкиәттәр балалар күңеленә хуш килгән, уларҙың тәбиғәтенә яҡын әҫәрҙәрҙән һанала. Улар аша баланың рухи байлығын үҫтереүгә киң мөмкинлектәр асыла. Әкиәт реаль тормош ваҡиғаларын, тарихи факттарҙы фантастик образдарҙа яҡтырта. Шуға ла әкиәт менән тәүләп таныштырыу комментарийлы уҡыу һәм һөйләү алымы менән башҡарылһа, отошлораҡ була. Әкиәттәрҙе өйрәнеү дәрестәрен күҙәтеүҙәрҙән һуң тыуған уй - фекерҙәр, тәҡдимдәргә туҡталайыҡ. Уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын һүндермәҫкә кәрәк. Тормошта улай булмай, әкиәттәр уйлап сығарылған, тип ҡарау дөрөҫ түгел. Балалар үҙҙәре үк төрлө сихри көстәрҙең булыуына ышанып бармайҙар, ләкин улар хыялда булһа ла донъяны әкиәттәге кеүек матур күрергә теләй.
Нәҡ бына шул сифат балаларҙа шатлыҡ хисе тыуҙыра. Әкиәт персонаждарына характеристика биреү аша уҡыусыларҙы әҙәби әҫәр геройҙарын баһаларға өйрәтеү маҡсаты булырға тейеш. Һәр һорау аңлайышлы, ябай булһын ине. Әкиәт йөкмәткеһен кешеләрҙең характерына, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә, бигерәк тә уҡыусылар тормошона күсереп бәйләү дөрөҫ булмай.
Халыҡ әкиәттәре һөйләү өсөн ижад ителгән. Уның теле ябай һәм бай

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5 | 6 | 7  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: