Яҙҙы һабан турғайының йырынан, йә юл буйындағы турғайҙарҙың сырылдауынан башҡа күҙ алдына баҫтырып булмай.
(коштар тауышын тыңлау)
Ҡоштар тәбиғәтте матурлап ғына ҡалмай, кешеләргә лә ҙур файҙа килтерә. Әгәр ҙә беҙ илебеҙҙәге бөжәк ашаусы ҡоштарҙы: тумыртҡаларҙы, сыйырсыҡтарҙы, ҡарабаш турғайҙарҙы һаҡлаһаҡ, урман һәм баҡсаларыбыҙ ҡоротҡос бөжәктәрҙән зарар күрмәҫ ине.
Ҡор, һуйыр, сел, ағуна, тумыртҡа, шыршы турғайы, һайыҫҡан кеүек ҡоштар йылы яҡҡа китмәй, беҙҙә ҡышларға ҡалалар. Улар өсөн ҡыш ҡурҡыныс булмаһа ла, беҙ ҙә хәстәрлек күрһәтһәк, байтаҡ ҡоштарҙы һаҡлаясаҡбыҙ.
Уҡытыусы Эйе, ҡоштар – гүзәл тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндереп, тормошто биҙәй. ә хәҙер ҡоштар һайрауын тыңлап алайыҡ.
Ҡош тауыштарын тыңлау.
ә хәер беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар тураһында тыңлап алайыҡ.
Тумырҡалар, доктормы ни,
күрһәтә эшсәнлеген.
Туҡ-туҡ суҡып ағастарҙың
Тикшерә иҫәнлеген
Тумырҡалар ағас бөжәктәре, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Шуға ла уны урман докторы тиҙәр.
Ҡарабаш турғай – турғай ҙурлыҡ. Башы, түше һәм ҡойроҡ аҫты ҡара төҫтә, сикәләре аҡ. Ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт күк, арҡаһы йәшкелт һоро. Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй. ағас ҡыуыштарына 9-13 йомортҡа һала. Зарарлы бөэәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Йыр Урман радиоһы.
Уҡыусылар. Күп хайуандар һәм ҡоштар ер йөҙөнән юғала. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ.
Кешеләр нисек итеп тәбиғәткә ярҙам итеү тураһында уйлағандар. Һәм Ҡыҙыл китап төҙөгәндәр. Был китапҡа 295 йәнлек, 312 төрлө ҡош ингән. Ә ниндәй йәнлектәр һәм ҡоштар яҙылған һуң был китапҡа.
Ә уҡыусылар ниндәй өлөш индерә ала ҡоштарҙы һаҡлауҙа. Ә хәҙер Башҡортостанда Ҡыҙыл ки
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>