Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтарыбыҙ
Маҡсат
Балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү.
Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Балаларға тирә-яҡ мөхитте, хайуандар донъяһын һаҡлау сараларын аңлатыу.
Йыһазландыру ҡоштарҙың һүрәттәре, тауыштары яҙылған карточкалар, плакаттар.
Байрам барышы
Уҡытыусы. Хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар, тыуған еребеҙгә шаулап, гөрләп яҙ килә. Март – яҙҙың беренсе айы, уяныу, сафланыу айы. Ул яҡтылыҡ, һыу һәм ҡоштар айы ла булып иҫәпләнә. беҙҙең илдә һәр йыл һайын 1927 йылдан алып 1 апрель көнөн ҡоштар көнө тип билдәләйҙәр. Был көндө һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡоштарға изгелек эшләргә тейеш. Ә балалар ниндәй яҡшылыҡ эшләй ала һуң ( яуаптар). Бигерәк тә сыйырсыҡтарға оялар эшләү киң таралған. Уҡыусылар был көндәрҙә үҙҙәренең ҡоштар тураһында китаптар уҡып, сығыштар тыңлап, кинолар ҡарап белемдәрен күбәйтә алалар. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡайта. Бөгөнгө байрамды ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ҡаршылау көнөнә арнайбыҙ.
ә хәҙер һүҙҙе ҡ-сө класс уҡыусыларына бирәбеҙ.
Ҡояш нурын болот ҡаплаһа ла,
Яҙ яҙлығын итә - эретә…
Ҡарҙар бөтөп, ҡара ер йәшәреп,
Һандуғастар һайрар көн етә.
Яҙ килә, яҙ
Элекке түгел ҡар ҙа,
Ҡарайҙы ул баҫыуҙа.
Йылғаларҙағы боҙ ҙа
Ярыла бит баҫыуға.
Эй, талпынып ҡайтҡан ҡошҡайҙарым
Тыуҡан еркәйҙәргә ни етә
Һәр ботағы, һәр япрағы яҡын,
Һәр ҙулышы күңел елкетә, -
Тыуған еркәйҙәргә ни етә
Йыр Яҙ килә
Уҡытыусы Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ беҙгә ашыға. Юлда улар күпме ауырлыҡтар кисерә. Бурандарға, ҡойма ямғырҙарға эләгеп, хәлдән таялар. Ҡоштарҙың иң көслөләре беренсе булып килеп етәләр. Ә яҙ килтереүсе тип ниндәй ҡошто атайҙар.
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара
Ҡанаттарын ҡаға-ҡағ
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>