ән һеҙҙе тыңлап алайыҡ,һөнәрҙәрегеҙҙе күрәйек.
Шиғырҙар.
А. б. Ҡыш бабайҙы беҙ бик һағынып көттөк тиҙәр беҙҙең уңған батыр малайҙарыбыҙ. Һүҙ уларға.
Йыр "Ҡыш бабай"(Фәнзил,Арслан)
Шиғырҙар
А. б. баҫ,баҫ өҙә баҫ
Матур баҫа түгелме
Матур баҫып бейегәндә
Күңел аса түгелме
Бейеү "Батырҙар"
Ҡарһылыу. Ҡыш бабай әллә берәй уйын уйнап алайыҡмы?ниндәй уйын алып килдең?
Ҡыш бабай. Әлбиттә уйындарым күп. Балалар әйҙәгеҙ ҡар йомғаҡтары менән уйнап алайыҡ.
Уйын "Ҡар йомғаҡтары"
А. б. Рәхмәт Ҡыш бабай,ә беҙҙең һөнәрҙәр дауам итә. Ҡыҙҙар матур йыр әҙерләнеләр.
Йыр "Йомроҡай"
А. б. Әйҙә йырла,әйҙә бейе
Йырлап бейеп күңел ас
Нисек шулай шатланмаҫҡа
Тормош күңелле булғас.
Бейеү "Парлы"
Шиғырҙар
А. б. Һәр ҡошсоҡтоң үҙ моңо бар
Ул үҙ көйөн көйләп ҡыуана
Һин дә шул ҡошсоҡ кеүек
Моң өләшәһең донъяға. әдилә башҡарыуында йыр.
Йыр "Тек-тек итеп сәғәт һуға"(Әдилә)
Шиғырҙар.
А. б. ҡыш бабай беҙҙең балалар ҡыш тураһында бик матур йыр беләләр.
Йыр "Ап-аҡ ҡына ҡар яуа"
Ҡыш бабай. Һай афарин,балалар.
Бейенегеҙ,йырланығыҙ
Күңел астығыҙ бергә
Ә хәҙер дуҫтарым һеҙҙе
Бүләкләр ваҡыт етте.
Ҡарһылыу ҡыҙым ҡайҙа беҙҙең бүләктәр. (Ҡарһылыу күрһәтә:малайҙарға,ҡыҙҙарға)
Ҡыш бабай. Бына ошондай бүләктәр һеҙҙе төркөмдә көтәсәк. Ә хәҙер беҙгә ҡайтырға ваҡыт етте,урмандарҙа эштәр күп әле,башҡа балаларҙы ла ҡотларға кәрәк. теләктәр әйтә.
Ҡарһылыу. Тағы ла бер йыл үтеп киткәс беҙ һеҙгә килербеҙ,аҡыллы булып әсәйҙәрегеҙҙе. атайҙарығыҙҙы тыңлап үҫегеҙ. Осрашҡанға тиклем хушығыҙ!
(Сығалар)
А. б. Ә беҙҙең байрам дауам итә. Әйҙәгеҙ төркөмгә ҡайтып Ҡыш бабайҙың күстәнәс-бүләктәрен
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>