ҙәгеҙ бергәләп йырлап алайыҡ,ҡыш бабай менән ҡарһылыу беҙҙе ишетеп тиҙерәк килеп етерҙәр.
Йыр "маленькая елочка"
(Алыҫтан ҡыңғырау тауыштары ишетелә, ике бала ат булып алда киләләр. артта Ҡыш бабай,Ҡарһылыу килә)
Ҡыш бабай. Эһе-һей!һаумыһығыҙ балалар,һәм дә килгән ҡунаҡтар. Һеҙҙе яңы йыл менән ҡотлайым,һаулыҡ. бәхет,шатлыҡтар теләйем.
Ҡарһылыу. Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ
Төплө булһын аяғың
Кешеләргә бәхет туплап
Балҡып торһон бар яғың!
А. б. балалар менән бергә. Һаумы һаумы ҡыш бабай
Һаумы,һаумы Ҡарһылыу!
А. б. Ҡыш бабай ,Ҡарһылыу һеҙҙе балалар һағынып көттөләр,йырҙарҙың иң матурҙарын әҙерләнеләр. тороғоҙ түңәрәккә йырлап-бейеп алайыҡ.
(Шыршыны уратып торалар)
Ҡыш бабай. Балалар шыршыла ниңә уттары янмай?Әйҙәгеҙ тылсымлы һүҙҙәр әйтеп шыршы уттарын ҡабыҙайыҡ.
Шыршы матур,шыршы матур
Уттарыңды яндырсы
Һинең янда йырлап,бейеп
Ҡыуандырып алһаңсы.
А. б. Балалар әйҙәгеҙ шыршының бергәләп:
Ян,ян,ян шыршы
Бул һәр саҡ шулай ҡупшы!-тип әйтәйек.
(Шыршыла уттар ҡабына. балалар ҡыуана).
Ҡарһылыу. Ә хәҙер бергәләп йырлап-бейеп алайыҡ.
Йыр "Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу"(ултыралар)
Ҡыш бабай. Һай,афарин балалар!Уф арып киттем. Эҫе булып китте.
Ҡарһылыу. Ҡайҙа ҡыҙҙар,ҡар бөртөктәре,әйҙәгеҙ бейеп Ҡыш бабайға һыуыҡ һауа килтерәйек.
баш осонда йым-йым итә
Ап-аҡ ҡына биҙәктәр
Йомшаҡ ҡына үҙҙәре
Улар ҡар бөртөктәре
Бейеү "Ҡар бөртөктәре"
(Бейеү бөткәс Ҡыш бабай һыуыҡ һауа йыйып ала)
Ҡыш бабай. Бына һыуыҡ һауа ла йыйып алдым,әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ. Уйын туңдырам булыр.
Уйын "Туңдырам"
А. б. Ҡыш бабай,Ҡарһылыу,балалар һеҙгә тип үҙҙәренең һөнәрҙәрен әҙерләнеләр.
Ҡыш бабай. Әйҙәгеҙ беҙ ҡарһылыу ҡыҙым мен
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>