"Тылсымлы бейәләйҙәр. "
(Икенсе кескәйҙәр төркөмө)
Балалар залға инәләр шыршы тирәләп торалар.
А. б:Ниндәй ҡунаҡ беҙгә килгән
Шыршы еҫен алып килгән
Үҙендә уттар лампалар
Ул бит шундай бик матур
Уның менән бергә беҙгә
Килеп инер яңы йыл
Ҡотлар һеҙҙе ҡарһылыу
айыу бүре ҡуяндар
тоғон йөкмәп килеп инер
һағынып көткән Ҡыш бабай.
Балалар шыршыбыҙ шундай ҡупшы,әйҙәгеҙ шыршыны маҡтап йырлап алайыҡ әле.
Йыр:"Йәшел шыршы".
(Балалар ултыралар)
Музыка уйнай,залға ҡуян инә эт менән һөйләшеп.
Ҡуян. Әллә ҡайҙа булды,кеҫәмдә генә ята ине.
Эт. Ҡуян , нимә эҙләйһең?
Ҡуян. Бына ошо кеҫәмдә генә ята ине.
Эт. Һуң нимә ул?
Ҡуян. Бейәләйем төшөп ҡалған шуны күрмәнеңме?
Эт. Юҡ күрмәнем,әйҙә һуң эҙләп киләйек.
Ҡуян. Һаумыһығыҙ балалар!
Эт. Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!
Эт. балаларҙан һорап ҡарайыҡ һуң.
Ҡуян. Балалар һеҙ минең бейәләйемде күрмәнегеҙме?
Балалар. Юҡ күрмәнек.
А. б. Ошомы?
Ҡуян. (ҡыуанып)Эйе, эйе. (бейәләйҙе ала). Уның эсендә хат бар ине. (хатты ала,уҡый) : "Хөрмәтле балалар,ата-әсәләр,тәрбиәселәр һәм ҡунаҡтар!Һеҙҙе яңы йыл менән ҡотлайым,тиҙҙән килеп етермен. Ҡыш бабай. "
Ура-а-а!Ҡыш бабай етеп килә!
Эт. Ҡыш бабай килгәнсе күңелле йырҙар йырлап алайыҡ.
Түңәрәк уйын "Сәп-сәп-сәп итә".
(Телефон шалтырай)
Эт менән ҡуян. Ҡыш бабай ,Ҡыш бабай.
(Музыка уйнай, эт трубканы ала)
Эт. Алло!
Тауыш. был "Аҡбуҙат"балалар баҡсаһымы?
Эт. Эйе. . .
Тауыш. беҙ юлда. Ҡарһылыу ейәнсәрем менән килеп етәбеҙ тиҙҙән!
Ҡаршы алығыҙ!
Эт. ярай. ярай. беҙ һеҙҙе көтәбеҙ. һағынып бөттөк инде.
Эт. (Ҡуянға)Ура-а-а!киләләр!әйҙә киттек ҡаршы алырға.
(сығып китәләр)
А. б. балалар әй
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>