"Нардуған" фольклор байрамы
Маҡсат:
Балаларҙы башҡорт халыҡ йолалары,ғөрөф - ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы дауам итеү , "Нардуған" байрамы ,Селлә ваҡыты менән танышыу , байрамдың исемен , ғәмәлен атай белергә өйрәтеү;
Балаларҙың иғтибарын ,үҙләштереү , ҡабул итеүҙе , сенсор тойоу һәләтен , һорауҙарға яуап биреү оҫталығын үҫтереү;
Башғорт халҡының ғөрөф - ғәҙәттәренә , байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һөйөү тәрбиәләү.
Байрам барышы.
Өй күренеше. Өләсәй өйҙә нимәгәлер әҙерләнеп һөйләнеп йөрөй
Өләсәй: Э-э-э-э-э-й . ваҡыт тигәнең һиҙелмәйҙә үтеп китә шул , әле генә балаларым менән Сөмбөлә байрамына әҙерләнә инек , бына хәҙер Нардуғаны ла килеп етте. . . . .
Өйгә бер ҡыҙ йүгереп инә , ҡыуана - ҡыуана.
Ҡыҙ : Өләсәй , өләсәй һин нимә эшләйһең ул?
Өләсәй: Һуң , ҡыҙым бөгөн бит нардуған байрамы , сәй әҙерләйем , тәмләп ҡоймаҡлап сәй эсеп алайыҡ балам.
Ҡыҙ: Өләсәй байрамға мөмкинме мин үҙемдең балалар баҡсаһынан дуҫтарымды саҡырам.
Өләсәй: Әлбиттә ҡыҙым,бар-бар саҡыр инде , байрамға Селлә бабай менән Нардуған үҙе лә килеп етерҙәр оҙаҡламай. Йүгер балам,йүгер.
Ҡыҙ йүгереп сығып китә , өләсәй өйҙә ҡала. Көй яңғырай , балалар тәрбиәсе апай менән инәләр.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ өйгә инегеҙ ҡыҙҙар , малайҙар , тышта бик һыуыҡ , буран ыжғыра!
Малай: Ысынлап та бында йылы икән , әйҙәгеҙ.
Ҡыҙ: Өләсәй беҙ байрамға һуңламаныҡмы?
Өләсәй: әйҙәгеҙ түрҙән уҙығыҙ , һеҙ байрамдың тап өҫтөнә лә килеп индегеҙ. Әйҙә , әйҙә.
Малай: Уф өшөттөрҙө өләсәй , тышта бик һыуыҡ икән.
Өләсәй: Һуң улым ҡыш етте бит .
Ҡыҙ: Беләбеҙ , беләбеҙ өләсәй ,ҡыш еткәнен һиҙәбеҙ.
Икенсе ҡыҙ: Әйҙәгеҙ булмаһа йырлап алайыҡ , беҙ бит ҡыш тураһында бик матур йыр ҙа беләбеҙ.
Йыр "Ҡыш етте"
Ба
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>