Мыяутиеп кем әйтте

Страницы: 1 | 2  >  >>

Маҡсат:
-диалог аша әңгәмә алып бара белеүҙе формалаштырыу;
-балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү;
-ролдәрҙе башҡарырға теләк тыуҙырыу.
Йыһазландырыу:
Бүлмә: диван, өҫтәл, балаҫ. Ишек алды: эт ояһы, баҡсала ағастар, сәскәләр, быуа.
Музыка.
Ҡатнашалар:
көсөк – Ишьярова Нәркәс
әтәс – Таулбаев Динислам
сысҡан – Аралбаев Аяз
эт – Галиакберов Иҙел
бал ҡорто –Юлыева Ләйсән
тәлмәрйен – Юнусбаева Эльвина
бесәй – Кутлубаева Динә
Барышы:
Тәрбиәсе. Көсөк диван янындағы балаҫта йоҡлай. Йоҡо аралаш ул кемдеңдер «мыяу» тигәнен ишетеп ҡалды. Кем унда, тип уйлап, һикереп торҙо һәм эҙләй башланы, ишек алдына сыҡты.
Көсөк. Әтәс, һин «мыяу» тип әйттеңме?
Әтәс. Юҡ, мин бына ошолай, ки-ки-рекүк!
Көсөк. Ә башҡа нәмә әйтә беләһеңме?
Әтәс. Юҡ, тик, ки-ки-рекүк, тип кенә әйтә алам.
Тәрбиәсе. Көсөк өйгә ҡарайатланы, тағы ла «мыяу!» тигән тауыш ишетте.
Көсөк. Һин «мыяу» тип әйттеңме?
Сысҡан. Пи-пи-пи-пи, ә кем улай тип әйтте һуң?
Көсөк. Әле генә кемдер «мыяу» тине бит, кем һуң
Сысҡан. Яҡындамы?
Көсөк. Быны бында ғына, бөтөнләй яҡында.
Сысҡан. Ҡурҡыныс. . . пи-пи-пи!
Тәрбиәсе. Сысҡан болдор аҫтына инеп юғалды.
Эт. Р-р-р-р-р
Көсөк. Мин. . . Мин белергә теләгәйнем. . .
Эт. Р-р-р-р-р.
Көсөк. Һеҙ «мыяу» тип әйттегеҙме?
Эт. Мин?! Көлөргә уйлайһыңмы минән, көсөк?!
Тәрбиәсе. Көсөк ҡурҡышынан баҡсаға ҡасып китте һәм ҡыуаҡлыҡ эсенә йәшенде. Бында ла, тағы ла кемдер :
Бесәй: Мыяу!- тине. Көсөк ҡыуаҡ араһынан башын сығарҙы.
Уның алдында, сәскә өҫтөндә, бал ҡорто ултыра ине. Көсөк уны тешләп тоторға уйланы.

P

X



P

r




Â
Ä
X
d
p
r

ª


морононан те

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: