Күгәрсен ере

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>

br/>Өйрәнсек кенә ҡыуанған-
Ауылдың оҫтаһы бит!
Көршәктәре тиҙ ватылһа,
Йыш килерҙәр"Яһа!"тип.

Һөнәрсе тигән оҫта-
Өйрәнсектең күршеһе
Күңелен биреп эшләгәс,
Көршәктәре камил,ти.
Шулай итеп ике күрше
Үҙ аллы ғүмер һөргән.

Өйрәнсектең "хеҙмәте"нә
Һөнәрсе бик көйөнгән:
Ниңә кеше күңелен
Йәмһеҙләй тупаҫ көршәктәр?"

-Камиллыҡҡа ынтылайыҡ,
Беҙ бит татыу күршеләр!
Өйрәнсек риза булмаған:
-Кәрәкмәй халыҡ рәхмәте!. .

Һөнәрсе ихлас эҙләнгәс,
Ҡабул булған,ти,теләге.
Һөнәрсе тигән оҫтаға
Тәбиғәт асҡан серҙәрен.

Күрһәгеҙ ул көршәктәрҙең
Ниндәй нәфис сыҡҡанын!
Мөғжизәле һауыттары
Бер-бер артлы эшләнгән.

"Өйрән!"- тигән Һөнәрсе,
Өйрәнсек ҡул һелтәгән.

Ваҡыт үткән, көршәктәр
Көндән-көн камиллашҡан.
Яҙғы туғай сәскәһендәй
Буяуҙарға мансылған.

Еңеллеге!
Тау ҡыҙҙарына һыу юлы
Ҙур шатлыҡҡа әүерелгән.
Һөнәрсе ҡыуанған,ә Өйрәнсектең
Көршәктәренә инде көн бөткән.

Бер мәл Өйрәнсек илап
Ярҙам һорап килгән,ти.
Яуап алған:"Ихлас булһаң,
Хәҙер үк серҙе асам!"

"Үҙең генә эшләрһең һин.
Юҡ ,мин булдыра алмам!
Бик рәхмәтле булырмын,
Ярҙамсы итеп алһаң!"

Йылдар уҙған, һыуҙар аҡҡан,
Һөнәрсе тир түккән, ти.
Өйрәнсе уның ижад емешен һатып
Хатта байып киткән,ти.

Бына бер саҡ Һөнәрсе
Һуңғы көршәгенә тырышып
Үҙ исемен яҙған,ти.
Һиҙмәйенсә мәңгеллеккә
Йомасағын күҙҙәрен
Ял итергә ятҡан,ти.

Оҫтаның ҡалған ти көршәктәре
Өйрәнсектең тирә-яҡҡа
Таралған ялған даны.
Кеше мәңгелек түгел шул,
Өйрәнсек тә әхирәткә күскән, ти.

Һө

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: