Күгәрсен ере
(эссе)
Күгәрсен ере. . . Күҙ алдымда йылы,йомшаҡ елгә наҙланып тирбәлгән ап-аҡ ҡылғанлы киң дала йәйрәп ята. Cағыу ҡояш нурҙарына күҙҙәрем сағыла. Уйымдан ғына тарих биттәрен асам. . .
Ниндәй емешле был ер! Күпме бөйөк кешеләр,оло талант эйәләрен биргән изге башҡорт ере! Шәһит Хоҙайбирҙин,Мортаза Рәхимов, Зәйнәб Биишева . . . Ялан аяҡ йүгереп уйнап йөрөгән кескәй генә ошо балаларҙан оло шәхестәр үҫтергәнһең һин, Күгәрсен!
. . . Ваҡыт етер. Мин дә бер саҡ арырмын.
Диңгеҙ йыуған ҡая һымаҡ ауырмын.
Тулҡын булып таралып ҡалыр йырҙарым,
Ҡайта-ҡайта ҡағып күңел ярҙарын. . .
Хаҡ һүҙҙәр! Халҡы өсөн йәшәп,тик уның хаҡына ғына ғүмерен бағышлаған шәхестәр диңгеҙ йыуған ҡаялай ауған хәлдә лә, халҡы хәтерендә мәңге һаҡлана. Улар баҡырҙан йәки алтын-көмөштән ҡойолған һәйкәлдәргә мохтаж түгел. Оло шәхестәр халҡына бағышлаған хеҙмәттәренән үҙҙәренә үҙҙәре мәңгелек һәйкәл ҡоялар.
Күгәрсен ере!
Ошо тупраҡта буласаҡ халыҡ яҙыусыһы үҙенең беренсе аҙымдарын яһаған; ошо ерҙә кескәй Зәйнәбтең күңелендә беренсе ижад осҡондары ҡабынған. . .
Бөйөк талант эйәһе Зәйнәб инәйҙең әҫәрҙәре минең күңелемдә төрлө хистәр уята, ижадҡа этәрә. Бәлки, шуғалыр ҙа уның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтен шиғри юлдарға һалдым.
Борон-борон заманда,
Кавказ тауы янында
Ултырған,ти,бер ауыл.
Шул ауылдың ситендә
Ҡая тауҙың битендә
Йәйелеп ятҡан,ти,бер күл.
Ул күл һоҡланғыс булған,
Холҡо булған тик йәмһеҙ.
Халыҡ һыуын эсмәгән-
Татырлы һыуы - тәмһеҙ.
Тәрәндә,күлдән аҫта
Кескәй шишмә аҡҡан,ти.
Көмөштән саф,һалҡын һыуын
Кешеләр ташып эскән,ти.
Һәр көн һайын һуҡмаҡ буйлап
Халыҡ һыуға килгән,ти.
Яурындағы тупаҫ көршәккә
Уларҙың йәне көйгән,ти.
<
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>