День башкирского языка

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4 | 5  >  >>

ихтыяждарын: матур әҙәбиәтте, мәғариф, сәйәси- ағартыу, нәшриәт, театрҙы ҡәнәғәтләндерә ала.
Башҡорт теле урыҫ теле менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителеүе башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтте. Б ашҡорт мәктәптәрендә генә түгел, урыҫ мәктәптәрендә лә башҡорт телен өйрәнеүҙе бурыс итеп ҡуйҙы.

2. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең илдә һуғыш булмаһа ла, башҡорт телен бөтөрөү өсөн аҫтыртын эш алып барыла; милли мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға дәрестәр бүленмәй йәки әҙ бүленә, фәндәрҙе күпселек осраҡта русса ғына уҡыталар. Башҡорт теленә бөтөү ҡурҡынысы янай. Беҙ үҙ телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.

Фәтҡотдинов Әлфир. Рауил Бикбаев. Халҡыма хат.

1. Кемдәр беҙҙе телһеҙ иткән?
Әллә яуыз хан микән?
Аҡ ҡайыным һыҡтап илай,
Ул һут түгел, ҡан икән.

Ғәрлегенән салланғандар
Тау битендә ҡылғандар.
Ниңә халҡым телһеҙ ҡалған,
Кемдәр хаслыҡ ҡылғандар?

Сәскә ѳҙҙѳм, ул һулыны,
Айырылғас еренән.
Тапалған шул гѳлдәр кеүек,
Яҙҙырмағыҙ телемдән!




1. "Ат та булыр, тун да булыр - беҙ булмабыҙ", тип әсенеп яҙа бѳйѳк шағирыбыҙ Аҡмулла "Атайыма хат" әҫәрендә. Хәҙерге ваҡытта ошондай һорау бирергә тура килә: фатир ҙа булыр, машинаһы ла булыр, шул ваҡытҡа телебеҙҙе һаҡламаһаҡ, башҡорттоң алтын иленән, бѳйѳк рухынан ни ҡалыр? Һәр халыҡтың рухи донъяһында Һүҙ, Тел илаһи урында тора. Халыҡтың Рухы ла, Теле лә изге, шуға күрә телебеҙҙе һанға һуҡмауға юл ҡуймайыҡ.

Шәмсетдинова Линара сығыш яһай.
1. Күҙегеҙҙе һаҡлаған кеүек,
Телегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Үҙегеҙҙе яҡлаған кеүек,
Телегеҙҙе яҡлағыҙ.
Ерегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Телгә берәү телен тейҙерһә,
Телһеҙ - ѳнһѳҙ ятмағыҙ!
Тыумыштан аңра һарыҡтай,

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4 | 5  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: