День башкирского языка

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5  >  >>

Ауыҙ асып баҡмағыҙ,
Телебеҙҙе һаҡлағыҙ!
(Рәшит Шәкүр)

2. ТУҒАН ТЕЛ
Ниндәй көнгә ҡалдыҡ: туған телде
Өйрәнәбеҙ ғаризалар яҙып.
Был бит ерләү бөгөн Әсә телен,
Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡәбер ҡаҙып.

Был - милләтте юҡ итеүҙең башы,
Был - юғалтыу тыуған илеңде!
Тимәк, бөгөн килер быуындарҙың
Муйынына элмәк эленде!

Ниндәйҙер бер Иван ҡулындамы
Туған телебеҙҙең ғүмере?!
Батшаларға баш эймәгән башҡорт
Ошо яҙмышына күнерме?!. Салауат ӘБҮЗӘР


Әлфир. Әйҙә ҡурайҙа уйна ла,
Әйҙә моңланып йырла,
Үҙ телеңдең ҡѳҙрәтен бел,
Һис тә оялып торма!

Илүзә. Һеҙҙең алдығыҙҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон кѳй" конкурсы дипломанты Ғәбдиев Эмиль сығыш яһай. Башҡорт халыҡ йыры "Азамат".

1. Үҙ телемдә һѳйләшәм,
Минән ҡоштар кѳнләшә.
Үҙ телемдә һѳйләшәм,
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.
Үҙ телемдә һѳйләшәм,
Бар булмышым нур ғына.
Үҙ телемдә һѳйләшәм,
Күңелкәйем йыр ғына. . .
(Динә Талхина)

Әбделмәнова Илсиә һеҙгә "Башҡортостан - тыуған ерем" йырын бүләк итә.

2. Ерем, телем, халҡым! Һеҙҙең ѳсѳн
Күпме ир-егеттәр яу сапҡан.
Дунай, Днепр, Сена буйҙарында
Һыу эсергән атын, ашатҡан.

1. Ил, тел ѳсѳн кѳрәш туҡталмаған,
Ҡыҙа бара һәр кѳн, һәр сәғәт.
Ҡылыс тотоп түгел, аҡыл менән
Беҙ яҡларбыҙ һине, рухиәт.
Ерен һаҡлар ир-егеттәр барҙа,
Телен һѳйгән халҡы булғанда,
Ҡурай уйнар милләттәштәр барҙа,
Башҡортостан йәшәр донъяла!
6 класс малайҙары "Любизар" йырын башҡара.

1. Итектәрем-ситектәрем
Бейеп тора тыпырлап.
Күңелдәр күтәрелһен,
Ҡул сабығыҙ күмәкләп.

1. Вәлиева Наҙгѳл башҡарыуында "Шаян ҡ

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: