Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5  >  >>

ҙәрен йомоп ҡурай моңон тыңлайҙар. Ниндәй илаһи моң ағыла . Ҡайҙан сыға ул моң?
Уҡыусылар: Был – ҡурай моңо.
Уҡытыусы. Нимә ул ҡурай? Тирә - яғығыҙға ҡарағыҙ әле. Ниндәй үҫемлек яныбыҙҙа үҫеп ултыра?
Ҡурай – сатыр сәскәләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Уның бейеклеге 120 -170 см. Ҡурай ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Ҡурай – ул башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.
Уҡыусылар һеҙ уны тағы ла ҡайҙа күргәнегеҙ бар?
Уҡыусылар : Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.
Алтынсы мөғжизә - ҡурай.
Уҡытыусы. Тирә – яғыбыҙ сәскәләргә күмелгән болон. Болон буйлап атлайыҡ. Бәлки, сәскәләр араһында яталыр беҙҙең мөғжизә?(Бал ҡорттарының гөжләүе ишетелә).
Уҡыусылар, был ниндәй тауыш?
Уҡыусылар: Был бал ҡорттарының гөжләүе.
Уҡытыусы. Улар нимә эшләй? Ни өсөн сәскәләргә ҡунғандар?
Уҡыусылар: Улар сәскәләрҙән бал йыя.
Тимәк , беҙҙең етенсе мөғжизәбеҙ табылды мы инде?
Эйе.
Нимә инде ул?
Башҡорт балы.
Нимә ул бал?
Бал үҙенең составы һәм дауалау көсө буйынса һирәк осрай торған уникаль продукт .
Ә балды бал ҡорттары нимәнән йыя?
Сәскәләрҙән.
Ниндәй балдар була?
Йүкә , ҡарабойҙай, сәскә балдары.
Башҡорт балы тураһында шиғыр уҡыу:
Башҡорт ере – урман – дала,
Башҡорт балҡайы – дауа. . .
5. Ҡабатлау. Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың ете мөғжизәһен табып бөттөк. Ҡабатлап үтәйек. Схема буйынса әйтеп үтеү.
Шшш

6. Тәрбиәүи момент: Эйе, беҙ Аҡбуҙат ярҙамында Башҡортостандың ете мөғжизәһен дә таптыҡ, улар менән яҡындан таныштыҡ. Ләкин беҙҙең иң ҙур бурысыбыҙ ҡалған бит. Ул ниндәй бурыс?
Уҡыусыларҙың яуаптар

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: