Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И. C. Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.
Ысынлап та, Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - гранит постаменты менән бергә 19,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул суйындан ҡойолған. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.
Бына беренсе мөғжизәне лә таптыҡ. Дәфтәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ. Беренсе мөғжизә – Салауат Юлаев һәйкәле.
Уҡытыусы. Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. (тағы ла ат сабыуы тауышы ишетелә). Сәйәхәтебеҙ республикабыҙҙың төньяҡ – көнсығышына йүнәлә. Алда ниндәйҙер тау күренә. Был ниндәй тау икән? Слайдтар.
Яуап: Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы (картала урыны күрһәтелә).
Тауҙың нимәһе мөғжизә булырлыҡ икән?
Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла. Икенсе мөғжизәбеҙ - Янғантау. Дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйыу.
Уҡытыусы. Күҙҙәрҙе йомоп Аҡбуҙатта еләбеҙ. Күҙҙәрҙе асайыҡ. Беҙ ҡайҙа килгәнбеҙ?
Аҡбуҙатыбыҙ беҙҙе Ғафури районына алып килгән. Бында ниндәй мөғжизә бар икән? (Сылтырап аҡҡан шишмә тауышы ишетелә. )
Уҡыусылар үҙҙәре аңлап, дөрөҫ яуап бирәләр.
Уҡытыусы. Эйе, был Красноусол минерал һыуҙары. Улар нимә менән дан тота?
Уҡыусылар яуап бирә.
Уҡытыусы дөйөмләштереп ҡуя: был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.
Тимәк , тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. Өсөнсө мөғжизә – Красноусол м
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>