Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5

ын тыңлау һәм һығымта яһау: Иң мөһиме - беҙ Башҡортостандың мөғжизәләрен һаҡлай белергә, үҙ республикабыҙҙы һөйөргә һәм уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.
Нығытыу. Уҡыусылар беҙ бөгөн күп кенә мәғлүмәттәр менән таныштыҡ, яңы һүҙҙәр үҙләштерҙек. Ә хәҙер уларҙы онотмаҫ өсөн нығытыу күнегеүҙәрҙе эшләп алайыҡ.
1- се күнегеү
Фигураға «башҡорт балы» ниндәй һорауына яуап биргән һүҙҙәр яҙ.
Бик тәмле
2- се күнегеү. Бирелгән һүҙҙәрҙән дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙө.
1. Урынлашҡан, районында, Янғантау, Салауат, шифаханаһы.
2. Дауалайҙар , Янғантау шифаханаһында, ауырыуҙарын, быуын.
3. Аға , тау, Ҡорғаҙаҡ, янында, йылғаһы.
Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау, баһалау.
Уҡыусыларҙың бөгөнгө дәрестә нимә эшләүҙәре тураһында һорашыу.
8. Дәресте йомғаҡлау:
Шулай итеп, беҙ бөгөн Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәт ҡылдыҡ. Юлда бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, үҙебеҙҙең белгәндәр менән дә уртаҡлаштыҡ. Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай тағы ла әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылары бар. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.
9. Өй эше: бөгөнгө дәрес буйынса викторина һорауҙары әҙерләп килергә.
Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
Һау булығыҙ!
Шүлгәнтш
мәмерйәһе
Урал батыр
эпосы
Красноусол
минерал
һыуҙары
Башҡорт балы
Янғантау
Башҡортостандың ете мөғжизәһе
Ҡурай
Салауат Юлаев
Һәйкәле




Страницы: <<  <  3 | 4 | 5
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: