Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Тема : Башҡортостандың ете мөғжизәһе
Маҡсат :
Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән яҡындан таныштырыу;
улар менән ғорурланыу тойғоһо уятыу һәм уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;
уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү;
Йыһазландырыу: Башҡортостандың физик картаһы, слайдтар, мөғжизәләрҙең фотоһүрәтмәләре.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Хәйерле иртә!
Дәрес алды шиғыры. Сәләмләйбеҙ һауаны
Именлек булһын өсөн,
Сәләмләйбеҙ Ер – әсәне
Беҙҙе туйҙырған өсөн,
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!
Уҡыусыларҙың кәйефтәрен һорау .
2. Инеш өлөш.
Уҡытыусы. Уҡыусылар! Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәткә сығасаҡбыҙ. Беҙҙе сәйәхәткә тоғро юлдашыбыҙ, Аҡбуҙат, алып сығасаҡ. Әйҙәгеҙ уны саҡырайыҡ. (Уҡыусылар ҡулдары менән атта сабыу хәрәкәтен күрһәтәләр һәм телдәре менән ат сабып килгән тауыш сығаралар). Аҡбуҙат һүрәте.
Бына Аҡбуҙатыбыҙ осоп килеп тә етте. Аҡбуҙат һеҙгә танышмы, уҡыусылар? (уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)
Уҡытыусы. Сәйәхәткә юланыр алдынан ,әйҙәгеҙ юлда осраясаҡ яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр менән танышайыҡ.
3. Һүҙлек эше: слайд
Уҡыусылар, һеҙгә ниндәй һүҙҙәр таныш?
Был һүҙҙәр менән һүҙбәләнештәр, һөйләмдәр төҙөп ҡарау.
Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, көн исемен, теманы яҙып ҡуйыу.
4. Төп өлөш.
Уҡытыусы. Ә хәҙер ручкаларҙы һалып торайыҡ та , Аҡбуҙатҡа ултырып, Башҡортостандың мөғжизәләрен эҙләп, сәйәхәткә юлланайыҡ. Ҡайҙарға алып барыр икән беҙҙе Аҡбуҙат? (ат сапҡан тауыш сығаралар).
Уҡыусылар, нимә күренә унда?(алда Салауат Юлаев һәйкәле күренә). Был ни мөғжизә?
Уҡыусылар яуап бирә: был Салауат Юлаев һәйкәле.
Бер уҡыусы үҙенең белгәндәре тураһында һөйләп бирә.
Уҡытыусы һығымта яһап ҡуя: Скульптор С. Д.

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: