йҙәр. Ел туҡтаны- тиһә сүкәйеп ултыралар.
Уйын шул рәүешле бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
Дидактик уйын Был ниндәй уйынсыҡ.
Маҡсат: балаларға уйынсыҡтың атамаларын дөрөҫ әйтергә өйрәтеүҙе дауам итеү, хәтерҙәрен нығытыу, һүҙлектәрен байытыу. (Мәҙинә, Ильсур, Динислам )
Уйын барышы: тәрбиәсе балаларға уйынсыҡтар күрһәтә, балалар уйынсыҡтарҙың исемдәрен дөрөҫ әйтергә тейеш.
Хеҙмәт
Маҡсат: Тәрбиәсе менән берлектә, бәләкәй көрәктәр менән эскәмйәне, лабиринттарҙы ҡарҙан таҙартыу. Балаларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү.
- Балалар беҙҙең эскәмйәгә һәм лабиринттарға ҡар яуған, әйҙәгеҙ әле, шуларҙы көрәктәр менән таҙартайыҡ (ҡарҙан таҙартыу).
Индивидуаль эш:
Маҡсат: Лабиринт буйлап дөрөҫ атларға өйрәтеү. Иғтибарҙарын, ориентирҙарын үҫтереү.
Мәҙинә, Данил, Данис менән лабиринт буйлап атлау, кәүҙәне дөрөҫ тотоу.
Үҙ- аллы эшмәкәрлек
Маҡсат: Татыу, дуҫ уйнарға өйрәтеү. Тауҙан шыуған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү.
Биҙрәләр, көрәктәр менән үҙ-аллы уйындар. Боҙ шыуғыстар менән тауҙан шыуыу.
Страницы: << < 1 | 2