Йа өнө һәм Я хәрефе

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


Тема: Йа өнө һәм Я хәрефе.
Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын
миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп
яҙырға өйрәтеү;
2) Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында йа өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе
тыңлау һәм уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәһен үҫтереү,
бәйләнешле телмәрҙе камилләштереү;
3) Тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халыҡ ижадына һөйөү
тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: китап, дәфтәр, ручка, таҡта, ҡояш, япраҡ, оя,тауҙар һүрәте, мәҡәл, йомаҡ, Ямал, ҡуян, ҡая.
Дәрес барышы.
I Ойоштороу.
"Психологик атмосфера" ситуацияһы тыуҙырыу.
Бөгөнгө матур көнгә күҙ һалайыҡ, һауа, ҡояш, ағастар. . . Барыһы ла ниндәй йәмле! Матур! Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур, тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ.
-Уларға нимә әйтәйек? Рәхмәт! Хәйерле көн!
II Үтелгәнде нығытыу.
1. "Уңыш " ситуацияһы тыуҙырыу, эште төркөмдәрҙә ойоштороу
матур яҙыу минутлығы.
- Дәфтәрҙәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙығыҙ. (Ҡояш,оя).
а) - Беренсе һүҙҙе уҡыйыҡ. Ҡояш һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә?
(Уртала). Аҫтыны һыҙығыҙ.
б) - "Оя" һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә? (Аҙаҡта)
- Әйҙәгеҙ числоны яҙайыҡ. Класта эш.
в) - "Япраҡ" һүҙен яҙайыҡ. Был һүҙҙә Я хәрефе ҡайҙа килә?
(Башта). Аҫтына һыҙығыҙ.
- һеҙ ниндәй хәрефтең аҫтына һыҙҙығыҙ? Тимәк беҙ дәрестә
ниндәй хәреф тураһында өйрәнәбеҙ?
- Эйе, уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән ике өндө белдереп килгән Я хәрефе тураһында өйрәнәбеҙ.
3) - Бирелгән һүҙҙәрҙән матур итеп һөйләмдәр төҙөп, схема
аҫтына тура килтереп яҙайыҡ.
Һеҙгә һөйләм төҙөргә ярҙам өсөн һәр төркөмгә, өлөштәргә бүленгән һүрәттәр бирелә, ә һүрәт артына һүҙҙәр яҙылған.
Был предметтарҙың нимә икәнен белеү өсөн йомаҡ ҡояйыҡ.

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: