I төркөмгә: Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш).
Ҡояштың нуры артында яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ. Үҙегеҙгә оҡшаған бер һөйләмде яҙайыҡ. (Таҡтаға бер уҡыусы сығып яҙа). (Һаран йылыта. Һары ҡалҡты. )
Шаян ҡояш көлә.
II төркөмгә: Яҙ килһә-йәшәрә, көҙ етһә-һарғая. (Япраҡ).
(Ҡоро шыптырлай. Еүеш йәбешә. )
Һары япраҡ ҡойола
III төркөмгә: Балтаһыҙ, ҡулһыҙ бәләкәй генә өй эшләнгән. (Оя).
(Киң, ҙур, бәләкәй).
Оя матур.
Һөйләмдәр тураһында нимә әйтергә мөмкин? (Һөйләм баш хәрефтән башлана, аҙағында нөктә ҡуйыла. Башҡорт һөйләмендә хәрәкәтте белдергән һүҙ уның аҙағына ҡуйыла).
III Яңы тема өҫтөндә эш.
Йа өнө ниндәй хәреф менән тамғаланғанын белгегеҙ киләме? Улай булһа тыңлағыҙ.
1) "Хәрефтәрҙә ыҙғыша икән".
Борон-борон заманда был тирмәлә өндәр генә йәшәгән ти. Бер мөйөшөндә тик ҡалын һуҙынҡы өн хәрефтәр, икенсе мөйөшөндә тик нәҙек һуҙынҡы өн хәрефтәр йәшәгән. Шулай әҙәмсә килешеп торғанда Й хәрефе ғауға һала башлаған:
- Кит,кит! Һинең менән йәнәш тормайым! - тигән ул А хәрефенә. - Килмә лә эргәмә, баҫма ла!-тип екергән ғауғасыл Й хәрефе. А хәрефе илап ебәргән. Шунда Я хәрефе түҙмәгән. -Нисек оялмайһығыҙ? Ниндәй тауыш күтәрҙегеҙ, - тигән дә келәткә индереп йоҙаҡлап ҡуйған. - Үҙем хәйләкәр, уҫал, яман, боҙоҡ хәрефтәрҙең береһемен, үҙем яҙылам, - тип килеп баҫҡан. Шул ваҡыттан алып Я яҙылған һүҙҙәрҙә уның урынына Й һәм А өндәре ишетелә лә тора.
- Һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ: Ямал-йамал, ҡуян-ҡуйан, ҡая- ҡайа.
2) Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Һығымтаға модель яһау.
- Тимәк я хәрефе ниндәй һүҙҙәрҙә яҙыла? Я хәрефе ҡалын һүҙҙә яҙыла. Башта ла, уртала ла, аҙаҡта ла тора. Ә урыҫ әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә урыҫ телендәгесә яҙыла, армия, Ваня.
Һүҙ
башы уртаһы аҙағы
йа йа йа
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>