Весна спешит к нам

Страницы: 1 | 2  >  >>

Икенсе кескәйҙәр төркөме 5
"Яҙ килде,яҙ бөгөн"
Алып барыусы: Хәйерле көн балалар. Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҡты , нурлы яҙ байрамы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ
Элеп ҡанат остарына
Яҙ килтерҙе ҡарғалар
Йырлап йырылды йылғалар
Шарламалар шар ҙа шар
Мүкле тауҙа тәпәй баҫты
Тәүге умырзаялар
Имәндәр йоҡоһон асты
Киреп ҡолас йәйәләр.
Йыр "Яҙ саҡыра"
1-2 бала шиғыр һөйләй
Алып барыусы: Бөтә тирә-яҡ йоҡонан уяна,йылы яҡтан ҡоштар ҡайталар,ҡояш нығыраҡ йылыта балалар ҙа яҙ килеүгә ҡыуанып , төрлө уйындар уйнайҙар,әйҙәгеҙ беҙ ҙә һеҙҙең менән уйнап күңел асып алайыҡ.
Уйын "Ат сабышы"
Алып барыусы:
Яҙ килде. яҙ бөгөн
Бөтә ер байрамы
Диңгеҙҙәй сайҡала
Сәскәләр бәйләме.
Уйын - эстафета "Кем беренсе"
Алып барыусы: Афарин балалар. Беҙҙең байрамға ҡояш апайҙа ҡушыла,күрәһегеҙме ул үҙенең нурҙарын һеҙгә һибә,йылмая. байрам булғас йыр-бейеүһеҙ булмай бергәләп бейеп алайыҡ түңәрәктә.
Ниндәй рәхәт байрам көндә
Ҡояштай балҡый бүлмә
Күбәләктәй осоп ҡына
бейейбеҙ бергә-бергә.
Бейеү "Күңелле полька"
Алып барыусы: Балалар беҙҙә байрам дауам итә. шиғырҙар һөйләп алайыҡ.
Шиғырҙар
Алып барыусы: Мин һеҙгә балалар тағы ла уйын алып килдем. Уйнап алайыҡмы?Улайһа башлайыҡ.
Уйын "Ҡояш һәм болот"
Алып барыусы: Һеҙҙең уйынға ҡушылып ҡояш апайҙа ҡыуана,ул һеҙгә бик ҙур рәхмәт еткерә,үҙе байрамға килә алмаһа ла үҙенең нурҙарын бүләк итеп иҫтәлеккә ҡалдырған. Ҡояш апайҙың эштәре күп. Әйҙәгеҙ балалар ошо төҫлө таҫмаларҙы теләктәр теләп ағасҡа бәйләйек. (Балалар теләктәр теләп ағасҡа таҫмалар бәйләй,тәрбиәсе ярҙам итә)
Алып барыусы: Күрәһегеҙме ағасыбыҙ ҙа матур булып ҡалды. Һеҙҙең барығыҙҙың да телә

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: