Тема: Уйынсыҡтар
Класс: 1-се синыф
Максаттар: 1. лексик темаға бәйле уйынсыҡ, туп, ҡурсаҡ,
шаҡмаҡтар, айыу, ҡуян, төлкө, эт, бесәй һүҙҙәрен
һөйләмдә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү;
2. яңы һүҙҙәрҙе өйрәнелгән синтаксик формаларҙа
ҡулланырға күнектереү;
3. уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләтен, тел
оҫталығын үстереү, балаларҙы актив (иҗади)
һөйләшеүгә тартыу.
Дәрес барышы.
I. Иҫәнләшеү.
II. Фонетик күнегеү башҡарыу:
Сыҡ,аҡ, ҡурсаҡ, йомшаҡ, шаҡмаҡ, уйынсыҡ
III. Мультимедия проекторында уйынсыҡтар һүрәтләнгән
слайдтар.
1 слайдта уйынсыҡ тураһында йомаҡтар бирелә ,шуның буйынса балалар дәрестең темаһын беләләр.
1 слайд. Яңы йылда шыршыла бик күп. (Уйынсыҡ)
Уның менән һәр бала уйнарға ярата. (Уйынсыҡ)
2-6 слайд. Уйынсыҡтар һүрәте.
-Уҡыусылар ,ә һеҙ уйынсыҡтар тураһында шиғырҙар беләһегеҙме? Бәлки рус телендә ишеткәнегеҙ барҙыр.
5 слайд.
Әминә илай үкереп,
Тубым һыуға төштө тип.
-- Сеү, Әминә, илама,
Туп батмай ул йылғала.
6 слайд.
Айыу иҙәнгә йығылған,
Шунда бер аяғы һынған.
Барыбер ташламайым айыуҙы,
Бик яратам шул мин уны.
7 слайд.
Тышта ямғыр яуа койоп,
Ултыра ҡуян бойоғоп.
Өйгә кермәйенсә ҡалған,
Бөтә ере һыуланған.
Физкультминутка.
IV. Уйынсыҡтар тураһында һөйләшеү үткәреү: һәр уҡыусы үҙе алып килгән уйынсығы тураһында таҡта янына сығып һөйләй:
1) Был ҡурсаҡ. Ҡурсаҡ минеке. Уның исеме - Алһыу. Был ҡурсаҡ бик матур.
2) Был - айыу. Айыу матур. Айыу ҙур. Айыу аҡ. (һ. б. )
V. Һорауҙарға яуап биреү:
Уйынсыҡ магазины һурәтләнгән рәсем буйынса уҡытыусы һорауҙар бирә, а балалар күмәк рәүештә яуап ҡайтаралар. Алға табан уйынсыҡтарҙы
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>