Тема: "Ҡуяндың тыуған көнө"
Маҡсат:
Өйрәтеүсе:
-арауыҡта предметтарҙың урынын билдәләү;
- бейек, тәпәш төшөнсәләрен нығытыу күнекмәләрен камиллаштырыуға булышлыҡ итеү;;
Үҫтереүсе:
-предметтарҙы оҙонлоғо һәм ҡыҫҡалығы буйынса сағыштырыу;
-геометрик фигураларҙы, 1 - 5 тиклемге цифраларҙы нығытыу;
-өйрәнелгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә әүҙем ҡулланырға ылыҡтырыу;
-балаларҙың логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
-һығымта яһау;
Тәрбиәүи:
-зирәклек, иғтибарлыҡ тәрбиәләү;
Һүҙлек эше: уңда, һулда, бейек, тәпәш;
Йыһазландырыу: аудиояҙма, слайдтар, ҡағыҙҙан ҡырҡылған:
күргәҙмә материалдар: бейек - тәпәш шыршылыр, ҡуяндар, геометрик фигуралар (түңәрәк, овал, квадрат, дүртмөйөш, өсмөйөш), геометрик фигуралы кишерҙәр, сөгөлдөрҙәр, таҡтала эшләүгә: һүрәт, цифралар 1 - 5,
таратма материалдар: сюжетлы һүрәт, цифралар 1 - 5), өс төрлө оҙонлоҡта һәм төҫтә таҫмалар;
Методик алымдар: дидактик уйын, слайдтар, һүрәт буйынса эш;
Эшмәкәрлек төрө: уйын, музыкаль, аралашыу (коммуникатив), хәрәкәт;
Алдан алып барылған эш:
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге:
-Балалар беҙ экранда нимәне күрәбеҙ? (Ҡуянды күрәбеҙ).
-Ҡуян ни өсөн бойоҡ икән? (балаларҙың яуаптары).
-Ҡуян бик бойоҡ, уның бөгөн тыуған көнө. Ул бик бойоҡ,сөнки уға балалар баҡсаһында бирелгән һорауҙарға ҡуян яуап бирә алмаған, шуның өсөн уға бүләк бирмәгәндәр. Ә беҙ ҡуянға ярҙам итәбеҙме?
-Эйе, ярҙам итәбеҙ.
-Ҡуяндың тыуған көнгә нимәләр бүләк итергә була? (балаларҙың яуаптары).
-Ә беҙ ҡуяндың тыуған көнөнә шарҙар бүләк итәйек. Шар бүләк итер өсөн ҡуянға бирелгән эштәрҙе беҙгә үтәп сығыр кәрәк, һәр үтәлгән эшкә бер шар биреләсәк. Эштәрҙе үтәп сыҡҡас ҡуяндың ҡулындағы шарҙарға ҡарап ҡуянға бөгөн нисә йәш икәнен белербеҙ. Һеҙ ри
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>