эште, тыңлайыҡ. Беҙҙең баҡсала бик тылсымлы йәшелсәләр үҫә. Ҡуян нимә ашарға ярата әле? Улай булғас, кишерҙәрҙе алып, кишерҙәрҙең фигураларына ҡарап өҫтәлдә ятҡан геометрик фигуралар янына һалыр кәрәк.
- Һин кишерҙе ниндәй фигураға һалдың? Ни өсөн?
-Сөнки мин алған кишер өсмөйөшкә, квадратҡа, овалға, түңәрәккә, дүртмөйөшкә оҡшаған.
-Афарин, балалар был эште лә үтәп сыҡтыҡ, ҡуянға шар өҫтәлдеме? (эйе).
Ял итеү минуты: "Ҡуяндар"
3 эш.
- Һеҙҙең алдығыҙҙа, һүрәт тора, өҫтәлдә лә шул уҡ һүрәттәр. Һүрәттә нимәләр төшөрөлгән? (болот, ағас, сәскә, бәшмәк). Ҡуянға ошо һүрәттәге һәр төшөрөлгән әйберҙе һанап, эргәһенә цифралар ҡуйырға ҡушҡандар, ә ул ҡуя алмаған, беҙ ярҙам итәбеҙме? (эйе).
-Нисә болот төшөрөлгән? (Ике болот төшөрөлгән).
-Болот эргәҙенә ниндәй цифраны ҡуябыҙ? ( икене ҡуябыҙ). (бер бала таҡтаға сығып ҡуя).
-Ә һин ниндәй цифраны ҡуйҙың? (Мин икене ҡуйҙым).
-Афарин, балалар, был эште лә эшләнек ҡуянға шар өҫтәлдеме, ҡарайыҡ әле.
4 эш.
-Ҡуяндың тыуған көнө булғас беҙ уға торт та бүләк итәйек. Тортты беҙ төрлө оҙонлоҡтағы таҫмалар ярҙамында эшләйәсәкбеҙ, таҫмалар төрлө оҙонлоҡта беҙгә уларҙы сағыштырып иң оҙон таҫманы иң аҫҡа һалырға кәрәк. Һәм иң оҙондан ҡыҫҡараҡты уның өҫтәнә һалып тортты эшләргә кәрәк.
-Ниндәй таҫма иң оҙоно икәнен нисек беләбеҙ? (Таҫмаларҙы бер береһенең өҫтөнә һалып ҡарайбыҙ).
-Иң өҫкә ниндәй таҫманы һалдың? (Иң ҡыҫҡа таҫманы һалдым).
-Ә уртаға өҫтә ятҡан таҫманан ҡыҫҡа таҫманы һалдыҡмы, әллә оҙондомо? (оҙондо һалдыҡ).
-Иң оҙон таҫмаң ниндәй төҫтә?
-Афарин, балалар, был эште лә үтәп сыҡтыҡ. (Таҡта алдына ярым түңәрәккә килеп торалар). Ҡуянға тағы шар өҫтәлдеме? (Эйе).
-Балалар, бөгөн нимәнең тыуған көнө? (Ҡуяндың тыуған көнө).
-Беҙ уға нисә йәш ик
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>