Ҡуянға бүләк

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>


-Ҡуяндың тыуған көнөнә бүләк эшләйәсәкбеҙме? (эйе).
(урындарға ултырыштыҡ).
1 эш.
-Ҡуян ҡайҙа йәшәй? (Ҡуян урманда йәшәй).
-Ҡуян йәшәгән урманда ниндәй ағастар үҫә икән? (Шыршылар үҫә).
-Шыршылар төрлөһө төрлө ерҙә үҫә, урындарын билдәләр кәрәк.
Шыршылар бөтәһе лә бер тигеҙме? (Юҡ).
-Ә ни өсөн улай уйлайһығыҙ? (Сөнки уртала бейек шыршы, ә ҡалғандары тәпәш шыршылар).
-Ә бейек шыршы ҡайҙа урынлашҡан? (Уртала урынлашҡан. )
- Ә уртала ниндәй шыршы урынлашҡан? (уртала бейек шыршы урынлашҡан).
-Ә бейек шыршыны уратып ниндәй шыршылар урынлашҡан? (Тәпәш шыршылар урынлашҡан).
-Тәпәш шыршыларҙың урындарын билдәләйек. Ҡуяндың тыуған көнө булғас, шыршыларҙа төрлө төҫтәге таҫмалар таҡҡандар.
-Ҡыҙыл таҫма тағылған шыршы ҡайҙа урынлашҡан? (Ҡыҙыл таҫма тағылған шыршы һул яҡта урынлашҡан).
-Ә уң яҡта ниндәй таҫма тағылған шыршы урынлашҡан? (Уң яҡтаһары таҫма тағылған шыршы урынлашҡан).
-Ҡуян үҙенең дуҫтары менән йәшенмәк уйнарға ярата икән. Ҡуяндарҙы шыршы эргәһенә ҡуйып сығыр кәрәк. (бала ҡуя).
-Балалар, бөтә шыршыға ла ҡуяндар еттеме? (юҡ).
-Ә нисә шыршыға ҡуян етмәне? (Бер шыршыға ҡуян етмәй).
-Шыршылар бөтәһе нисәү икән, әйҙәгеҙ һанап ҡарайыҡ? (Шыршылар бөтәһе 5).
-Ә ни өсөн ҡуяндар етмәй икән, әйҙәгеҙҡуяндарҙы һанап ҡарайыҡ әле? (Ҡуяндар бөтәһе 4).
-Шыршылар менән ҡуяндар тигеҙ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Тағы ла бер ҡуян ҡуйыр кәрәк).
-Ҡарағыҙ әле бөтә шыршыларға ла ҡуяндар еттеме? (Эйе, етте).
-Ҡуяндар менән шыршылар нисек булды? (тигеҙ булды).
-Шыршы менән ҡуяндар нисәшәр булды? Һанап ҡарайыҡ. (Ҡуяндар ҙа, шыршылар ҙа бишешәр булды).
-Афарин , балалар был эште үтәнек, ҡуянды ҡарайыҡ әле ҡуяндың ҡулында шар бармы? (эйе).
2 эш.
-Әйҙәгеҙ киләһе эште

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: