"Аҡыллы әкиәттәр"Слайд 1
Һаумыһығыҙ балалар,килгән ҡунаҡтар. Бөгөн беҙҙә байрам Ватанды һаҡлаусылар көнө. Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ нисә йылдар инде тыуған илгә хеҙмәт итәләр уны яуыз дошмандан һаҡланылар беҙҙең малайҙар ҙа ҙур аҡыллы булып үҫеп еткәстәр һалдаттар буласаҡтар. Әйҙәгеҙ ошо байрам айҡанлы бергәләп йырлап алайыҡ атай-ағайҙарҙы байрам менән ҡотлайыҡ.
Йыр "Ерҙән һалдат атлай"
1-2 бала шиғыр һөйләй.
(Балалар ултыралар. Залға әкиәтсе инә)
А. б. Балалар ҡарағыҙ әле,беҙгә ҡунаҡ та килгән һеҙ танынығыҙмы балалар кем ул?
Слайд 2
Балалар:Әкиәтсе.
Әкиәтсе:Дөрөҫ балалар,мин әкиәтсе. Һеҙ аптырайһығыҙмы?Эйе бөгөн атайҙар байрамы,ә мин һеҙҙә ҡунаҡта, аптырарлыҡ та шул.
А. б. Бәлки һин Әкиәтсе аңлатырһың беҙгә нимә лә эш?
Әкиәтсе:Әлбиттә аңлатам. Мин бөтә әкиәттәрҙе лә беләм. Әкиәттәрҙә бөтәһе лә сағыла:атайҙарға хас батырлыҡ та,йомартлыҡ та үткерлектә,етеҙлектә,зирәклектә. Шуға ла мин бында һеҙҙең менән төрлө һорауҙарға яуап эҙләргә,кем көслөне белергә,бит Ватанды һаҡлаусылар көнө.
А. б. Рәхмәт һиңә Әкиәтсе,бына хәҙер аңланыҡ.
Әкиәтсе:Бына миндә серле китап,уның һәр бер битендә әкиәт һәм шул әкиәт буйынса һорауҙар яҙылған һеҙ шуларҙы сисергә тейешһегеҙ әгәрҙә яуаптар дөрөҫ булһа һеҙ атайҙарға байрамға бүләк тә табырһығыҙ.
А. б. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң беҙгә?
Әкиәтсе:Иң алда беҙгә командаларға бүленергә кәрәк булыр. Ярыш өсөн ике команда кәрәк була. (беренсе рәт һәм икенсе рәт малайҙар)
(Командаларға бүленеү)
Слайд 3
Әкиәтсе: Китаптың беренсе битен асайыҡ. Был биттә ниндәй әкиәттән өҙөк күрһәтелгән балалар?( "Төлкө менән ҡуян"әкиәтенән өҙөк). Эйе дөрөҫ балалар. Хәҙер һорауын уҡыйыҡ.
-Ҡуянға кем үҙенең батырлығын күрһәтеп ярҙам иткән?<
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>