нимәләрҙе йыйҙыҡ? (балаларҙың яуаптары).
-Ә хәҙер ҡалған һүрәттәрҙе конверттарға һалып сығыр кәрәк. Ниндәй конвертҡа һалаң?
-Һыу төшөрөлгән конвертҡа һалам, сөнки карточкала йылға төшөрөлгән.
-Бына беҙ ҡалған карточкаларҙы һалып сыҡтыҡ, папканы ябып ҡуяйыҡ, артабанда папканы тулыландырырбыҙ.
-Балыҡтар ҡайҙа йәшәйҙәр? (аквариумда, йылға ла, күлдә, һ. б. ).
-Ә аквариумда ниндәй балыҡтар йәшәй? (бәләкәй балыҡтар йәшәй).
-Беҙ һеҙҙең менән балыҡтар ҡырҡып әҙерләгән инек, әйҙәгеҙ балыҡтарҙы аквариумға ебәрәйек. (балалар аквариумға балыҡтарҙы ҡуялар).
-Балыҡтар ҡайһы ваҡытта һыу аҫтында булалар? (көн болотло булғанда, ямғыр яуып торғанда).
-Ә ямғыр тымһа, балыҡтар нимә эшләйҙәр? (улар һыу өҫтөнә һикерәләр ҙә һыуға кире сумалар). Шулай итеп улар уйнайҙар.
-Ә ямғыр тымып, ҡояш булғанда нимәне күрергә була? (йәйғорҙо күрергә була).
-Балалар, әйҙәгеҙ беҙҙә йәйғор эшләйек.
-Өҫтәлдә кәрәкле әйберҙәр ята, фломастерҙы алып салфетканың бер яҡ осона нөктәләр төртәбеҙ.
Салфетканы һыуға төшөрәбеҙ.
-Салфетка нимә эшләне? (һыуланды, һыуҙы үҙенә һеңдерҙе).
-Салфетка һыуланғас буяуҙар нимә эшләне? (буяуҙар өҫкә күтәрелде).
-Шулай итеп, салфетка үҙенә һыуҙы нимә эшләне? (һеңдерҙе).
-Балалар, беҙ бөгөн һыу тураһында белемдәребеҙҙе нығыттыҡ. Папканы ла тулыландырҙыҡ. Әйтегеҙ әле, ер йөҙөндә һыу булмаһа нимә булыр ине? (сәскәләр һулыр ине, ағастар ҡорор ине, балыҡтар үлер ине, һ. б. )
-Эйе, һыу булмаһа бөтә тере нәмә үлер ине. Шуның өсөн беҙгә һыуҙы һаҡларға, уны бысратмаҫҡа кәрәк, ул беҙҙең байлыҡ. Афарин, балалар, ә хәҙер эш урындарыбыҙҙы йыйыштырайыҡ.
Страницы: << < 1 | 2