Тәбиғәттәге һыу

Страницы: 1 | 2  >  >>


Маҡсат:
Өйрәтеүсе:
-балаларҙың эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге аша белемен байытыу;
-йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт тураһында балаларҙың белемен киңәйтеү (һыуҙың үҙенсәлектәре тураһында алған белемдәрен дөйөмләштереү) балаларҙа эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге элементтарын формалаштырыу;
-лэпбук технологияһы менән таныштырыуҙы дауам итеү;
Үҫтереүсе:
-балаларҙың аң - зиһенен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
-эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы аңлата белеү, һығымта яһау;
-диалогик телмәр үҫтереү, һыу үҙенсәлектәре тураһында балаларҙың белемен нығытыу;
Тәрбиәүи:
- тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге:
Балалар төркөмдә уйнап йөрөйҙәр, ниндәйҙер тауыш ишетелә - ямғыр тауышы. Балалар, бөтәгеҙ ҙә минең эргәмә килегеҙ әле, түңәрәккә торайыҡ, тыңлағыҙ әле ниндәйҙер тауыш ишетелә?
-Ямғыр тауышы, тамсы тама.
-Ямғыр яуғас, тып - тып тамсылар тама, һанап бөтөрлөк түгел.
-Ни өсөн ямғыр яуа?.
-Болоттар күп йыйылһалар ямғыр яуа.
-Ямғыр яуһа ерҙә нимә барлыҡҡа килә? (күләүек).
- Ә тағыла ямғыр күп итеп яуһа күләүек гөрләүеккә әйләнеп ҡайҙа ағып төшә? (йылғаға ағып төшә).
-Ә йылғалар ағып ҡойҙа ҡоялар? (күлдәргә, йылғаларға).
-Балалар, шулай булғас беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәбеҙ? (һыу тураһында һөйләшәбеҙ, урындарға ултыралар).
-Балалар, әйтегеҙ әле кешегә һыу нимә өсөн кәрәк? (эсер өсөн, кер йыуырға, һ. б. ).
-Ә тағы ла һыу нимәләргә кәрәк? (хайуандарға, үҫемлектәргә).
-Бына һыу беҙгә бик кәрәк икәнлеген иҫкә төшөрҙөк. Беҙ һеҙҙең менән һыу тураһында бик күп материал йыйҙыҡ һәм шуларҙы урынлаштырып бөтөрөргә кәрәк. Иҫкә төшөрөп китәйек әле ниндәй конвертҡа нимәләрҙе һалдыҡ? Был конвертҡа

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: