торған реаль образдар. Шуның менән бергә автор был образдарҙы ижадитеүҙә фантастик элементтарҙы, әкиәттәргә хас элементтарҙы файҙалана. Автор Үлмәҫбай менән Теребайҙы, улар менән бәйле ваҡиғаларҙы, бер яҡтан. Реаль һыҙаттар менән һүрәтләһә, икенсе яҡтан, үҙ геройҙарына фантастик сифаттар ҙа бирә. )
-Поэмала ни әсән әкиәт алымдары фшл. ща. пшылғш? (Ваҡиғаларҙың көсөргәнешлеген, геройҙарҙың батырлығын күпертеп күрһәтеү әсән).
Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш ҡартты ҡайһы әкиәттә осратабыҙ?
-Рус әҙәбиәтендә «Үлмәҫбайға оҡшаған бесәй әҫәр уҡығанығыҙ бармы?
-әҫәрҙең стиле ниндәй стилгә яҡын тора? (Йәнле һөйләү стиленә яҡын һәм унда халыҡ телендә осрай торған бик күп һүрәтләү саралары ҡулланылған).
-әҫәрҙә ҡулланылған һүрәтләү сараларын һанап сығайыҡ. (Төркөмдәр менән эш).
-Поэмалағы ваҡиғалар бөтәһе лә Үлмәҫбай исеменән һөйләнелә, уның телмәре аша бирелә.
Йомғаҡлау.
«Үмәҫбай» поэмаһындағы ваҡиғалар тормошта ла булған. Фашистарҙы ҡулға алыу, тимер юлдарҙы шартлатыу, штабҡа һөжүм итеү- барыһы ла совет һалдаттарының батырлығы, тәүәккәллеге, зирәклеге Һөҙөмтәһе. Ошо сифаттарға Үлмәҫбай менән Теребай ҙа эйә, сөнки улар үҙ иленең ысын патриоттары, Салауат тоҡомдары.
Шулай итеп, М. Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышына арналған әҫәрҙәре тәрән патриотизм менән һуғарылған, шуға күрә улар ҙур әһәмиәткә эйә.
-һеҙгә «Үлмәҫбай» поэмаһы оҡшанымы? Был поэма һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты
-һеҙ Үлмәҫбай менән Теребайҙың ниндәй сифаттарын үҙегеҙҙә күрергә теләр инегеҙ?
ӨЙГӘ ЭШ. Поэма буйынса тест һорауҙары төҙөргә.
Страницы: << < 1 | 2 | 3