Тау башҡорто тоҡомонан Салауат атлы булам

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Тема:Тау башҡорто тоҡомонан Салауат атлы булам.
Маҡсат:"! Үлмәҫбай"поэмаһын анализлау . әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү һәм әҫәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшереү.
2)Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу.
3)Бөйөк шағирыбыҙҙың ижады менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Йыһазландырыу. М. Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, магнитофон, схемалар.
Дәрес барышы.
1. Магнитофондан шиғыр тыңлау.
Уҡытыусы. «Илен ҙурлағанды - иле ҙурлар» тигән мәҡәл бар бит . ә М. Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронта һаҡланы, уның әсән янды, көйҙө, ут эсенә инде. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан йөрәге менән бергә типте. Беҙ М. Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ. ә хәҙер ҡәләмдәштәренең М. Кәримгә ҡарата әйтелгән һоҡланыу һәм ғорурланыу һүҙҙәрен тыңлап үтәй ек. (Уҡыусылар сығыш яһай).
2. әҫәрҙе анализлауға күсеү.
Уҡытыусы. Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән «Үлмәҫбай» поэмаһының йөкмәткеһе мнеән танышҡайныҡ, ә бөгөн әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлаясаҡбыҙ.
Таҡтаға схема эленә.
Уҡытыусы. Хэҙер поэманың ҡайҙа, ҡасан ижад ителгәнен әйтә апаһығыҙмы?(Яуаптар)
-Поэмала ниндәй тема яҡтыртыла. ?( Башҡорт яугирҙарЫНЫҢ һуғыштағы батырлыҡтары тураһында)
Үлмәҫбай» әҫәре әҙәби жанрҙың ниндәй төрөнә ҡарай? (Уҡыусылар яуап бирә һәм алдарындағы схеманы тултыра баралар)
-Поэмала һүрәтләнгән ваҡиғалар кем исеменән һөйләтелә? үлмәҫбай)
-Поэмала Үлмәҫбайҙан батттҡа тағы ниндәй персонаждар менән осрашабыҙ?(Теребай, разведчиктар).
-Поэманың сюжет Һыҙығында ниндәй ваҡиғалар ята?(Үлмәҫбайҙың һуғышта күрһәткән өс батырлығы өс мәрәкә хәл итеп һөйләнелә)

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: