Дәрес-конспект (анализ дәресе).
Тема: "Таштуғай риүәйәте".
Маҡсат: 1) Нимә ул риүәйәт?(ҡыҫҡаса һөйләп китергә),
2)Риүәйәттәрҙең төп идеяһы нимәлә?
3)Уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу:Аудиотаҫмалар,китаптар күргәҙмәһе,проектор.
Дәреслек:Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 7-се синыфы өсөн дәреслек-хрестоматия. Ғималова М. Ғ. , Хөсәйенов Ғ. Б.
Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле. Инеш һүҙ.
Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Бер-берегеҙгә ҡарап, йылмаяып һаулыҡ һорашығыҙ. Ултырығыҙ.
Үткән дәрестә уҡыған "Ғилмияза" йырын иҫкә төшөрөп, тыңлап китәйек.
"Ғилмияза" йыры яңғырай(3 минут). Шиғырын тағы бер уҡып китәйек. Экранда шиғыры бирелә.
Балалар был шиғырҙа нимә асыҡлана,нимә тураһында был шиғыр?(Ғилмияза исемле ҡыҙҙың тыуған яҡтарына һөйөүе, һағыныуы сағыла) Уҡыусылар һеҙ инде күп әҫәрҙәр үттегеҙ уларҙың барыһында ла ниндәй ҙә булһа ваҡиға,тарих сағыла.
Яңы тема.
1) Бөгөнгө дәрестең маҡсаты нимә ул риүәйәт һорауына яуап биреп, "Таштуғай" риүәйәтен үтергә.
Әйҙәгеҙ яҙышып алайыҡ.
Тормошто,ваҡиға һәм шәхестәрҙе,төрлө донъяуи күренештәрҙе хәҡиҡәткә тоғролоҡ күҙлегенән яҡтырыуҙа риүәйәт жанры төп урынды алып тора. "Риүәйәт" һүҙе беҙгә ғәрәпсәнән ингән. Ул "хикәйә,версия" тигәнде аңлата. Риүәйәттәрҙең төп идеяһы халыҡтың тарихын сағылдырыу. Риүәйәттә халҡыбыҙҙың борондан килгән йолалары, йырҙары бирелә. Риүәйәт икенсе төрлө әйткәндә ул-тарихи проза,тарих,ҡарһүҙ.
Ә һәҙер ял минуты үткәреп алайыҡ. Ребус сисеү.
2)Таштуғай риүәйәте менән танышыу. Дәреслектән тексты уҡыу(144 бит).
а) Нимә тураһында һүҙ бара?
б) Төп геройҙар Көнһылыу менән Байғүбәккә характеристика бирегеҙ;
в)Уларҙың йырҙары нимә тураһында?Ниндә
Страницы: 1 | 2 > >>