й мәсьәлә асыҡлана?
Һүҙлек эше. Дәфтәрәгеҙгә яҙып алырға кәрәк булыр.
1)Кем ул яусы?(кейәүгә сыҡҡанда ҡыҙҙың өйөнә һөйләшергә килгән кеше;
2) Нимә ул йәй йөрөм?(һуйыу өсөн һимертелгән ат);
3) Нимә ул сор ҡурай?(ҡатын-ҡыҙҙар уйнай торған ҡыҫҡа ҡурай).
Ә хәҙер Таштуғай йырын тыңлап үтәбеҙ.
Таштуғай йыры яңғырай( 3 минут).
Экранда йырҙың һүҙҙәре бирелә. Йыр нимә тураһында икәнен аңлатырға.
Шулай итеп риүәйәттәрҙә лә, йырҙарҙа ла , легендалараҙа ла тарих сағылғанын белдек.
Йомғаҡлау. Рефлексия.
1) Мин дәрестә нимә өйрәндем, нимәләр белдем, ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яҙып алдым?
2) Үҙ эшем менән ҡәнәғәт,ҡәнәғәт түгелмен?
3) Дәрес ҡыҙыҡ булды сөнки. . . . .
4) Дәрес миңә нисек тойолдо?
Өйгә эш.
Ололарҙан өйҙә легендалар, йырҙар һөйләтергә. Инша формаһында яҙып килергә. Иншаның темаһы: "Халкыбыҙҙың тарихы".
Страницы: << < 1 | 2