Әсәйем-ҡәҙерлем

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

"Әсәйем берҙән - берем"(Телмәр төҙәтеү)
Күңелле көй яңғырай. Балалар әсәләрен залға етәкләп инәләр. Әсәйҙәр урындарына ултыралар. Балалар ярым түңәрәк яһап торалар.
Алып барыусы:-Һаумыһығыҙ ғәзиз әсәләр, һылыу ҡыҙҙар, һөйкөмлө өләсәйҙәр!
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре

Был донъяның таймаҫ терәге

Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең

Бөтә кешелектең йөрәге.

Алып барыусы: байрамығыҙ ҡотло булһын
Яҙығыҙ шаулы булһын
Йөҙҙәрегеҙ нурлы булһын.
Балалар шиғырҙар һөйләй
А. б. ::
Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ
Шат бейеүҙәр матур йырҙар
Шиғырҙар һәм уйындар
Һеҙгә тип әҙерләнек.
Йыр"Әсәйемдең байрамы"
(Балалар ултыралар).
Алып барыусы:
Матур күлдәктәрен кейеп
Сыҡтылар уртаға бейеп
Аяҡтары тик тормай
Тыпыр-тыпыр тыпырлай.
Бейеү "Беләҙегем-йөҙөгөм"(Сәскәләр менән)
Терпе инә.
Терпе: Һаумыһығыҙ сәскәләр,фр-фр.
Сәскәләр: Хәйерле көн!
Терпе:Сәскәләр зинһар өсөн әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ әле.
Сәскәләр: Беҙ риза,ә ҡайҙа барырға?
Шул ваҡыт төлкө килеп сыға.
Төлкө:Ниндәй тәмле ням-ням-нямХәҙер мин һине ашайым ам-ам-ам!
Терпе:Ай,мин ҡурҡам ярҙам итегеҙ миңә. (Терпе сәскәләр арһына йәшенә,төлкө тирә-яғын ҡарана ла китә)
Урман эсенән терпене эҙләп әсәһе килеп сыға.
Әсәй:Ә ҡайҙа минең терпекәйем?
Терпекәй:Әсәй мин бында,байрам менән һине ҡотлайым. Балалар әйҙәгеҙ һеҙҙә минең менән әсәйҙәрҙе ҡотлағыҙ. (Ҡумта уның эсендә балаларҙың бүләктәре)
Әсәйҙәрҙе ҡотлау.
Алып барыусы:Беҙҙең уңған,аҡыллы,яратҡан әсәйҙәребеҙ ял итеп алһындар, байрам майҙансығына балаларҙы саҡырабыҙ,улар өйҙә әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән?уйын өсөн ике бала кәрәк. Һепертке менән туптарҙы бына ошо кәрзингә тултыры

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: