рға кәрәк.
Уйын"Өй йыйыштырыу"
Алып барыусы:
Афарин балалар.
1бала:
Өләсәйем уңған минең
Аш бешерә сәй эсерә
Ҡоймаҡтымы ул ҡоймаҡты
Тел йоторлоҡ бешерә
Йөн иләй ҙә ойоҡ бәйләй
Буш тормай бер ҙә ҡулы
Апайым менән үҙем дә
Бик-бик яратам уны.
2бала:Ике өләсәйебеҙ бар
Икеһе лә тиҫтерҙәр
Беренсе атайымды
Икенсе әсәйемде
Кеше итеп үҫтергән.
Алып барыусы:
Ниндәй матур,ниндәй һәйбәт
Шиғырҙар ҙа бар икән
өләсәйҙәр өсөн генә
йырҙар йырлайҙар икән.
Йыр"Өләсәйемә"
Алып барыусы:
Ниндәй рәхәт байрам көндә
Ҡояштай балҡый бүлмә
Күбәләктәй осоп ҡына
Бейейбеҙ бергә-бергә.
Күңелле парлы бейеү
Алып барыусы:
Нимә бүләк итергә тип
Башта аптырап ҡалдыҡ
Һуңынан инде таптыҡ
Әсәйҙәргә йыр яҙҙыҡ.
Йыр "Мамочка моя"
Алып барыусы:
Бейеүсенең итәге
Бейе-бейей ҡыҫҡара
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ
Бейей-бейей оҫтара
Бейеү "Батырҙар"
Алып барыусы:
Әсәйҙәрҙе яратабыҙ,уларҙы беҙ ҙурлайбыҙ-тип йырлайҙар беҙҙең балалар
Йыр "Мои любимые"
Алып барыусы:Ә бына беҙҙең төркөм малайҙары ҡыҙҙарҙы ҡотлап йыр ҙа бүләк итергә теләйҙәр. Әйҙәгеҙ рәхим итегеҙ.
Йыр "Эх,һеҙ матур ҡыҙҙар"
Алып барыусы:
Бала сағың бер генә
Уҙып китер тиҙ генә
Ваҡытында уҡып ҡал
Уйнап-бейеп йырлап ҡал
Йыр "Байрам бөгөн"
Алып барыусы:
Әсә һөйөүе ҡояш кеүек тормошҡа илһам бирә,һәр йәнгә әсә һөйөүе биргән яҡты хистәр алып бара хатта йыһанға.
Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә
Әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт
Бөтмәҫ көс һәм дәрт биргәнгә
әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт!
Ә хәҙер төркөмгә ҡайтып малайҙарҙың ҡыҙҙарға тип әҙерләгән бүләктәрен ҡарайыҡ. . (Балалар сығалар)
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>