Сыбар тауыҡ

Страницы: 1 | 2  >  >>

Сыбар тауыҡ
Маҡсат:
балаларҙы сыбар тауыҡ әкиәте менән таныштырыу,
төп төҫтәрҙе нығытыу,
ҡул суҡтары маторикаһын үҫтереү,
балаларҙың ыңғай кәйефенен тәьмин итеү.
Һүҙлек эше:
себеш, тауыҡ, сыбар тауыҡ, таҫма, ҡыҙыл таҫма, күк таҫма.
Йыһазландырыу:
әкиәт буйынса сюжетлы һүрәттәр, магнитлы таҡта,уйынсыҡ тауыһ, кәрзин, алты себеш һүрәте, алты өй һүрәте.
Дәрес барышы:
- Балалар, урындарыбыҙға матур итеп ултырҙыҡ. Балалар кешеләр ҙә , хайуандар ҙа бер-береһе менән һаулыҡ һорашалар. Әйҙәгеҙ әле беҙ ҙә һаулыҡ һорашайыҡ. Бала бармаҡтарын бер-береһенә тейҙереп, сәтәкәй бармаҡтан башлап һаулыҡ һораша.
- Бармаҡ осон тейҙергән һайын "һаумы" тип әйтәбеҙ. Бына һаулыҡ һораштыҡ.
- Балалар, ниндәй тауыш ишетелә түгелме?
- Ҡыт-ҡыт-ҡыт.
- Балалар, беҙгә ҡунаҡҡа кем килгән ул?
- Тауыҡ.
- Тауыҡ ниңә бойоҡ икән? Әйҙәгеҙ тауыҡты йыуатайыҡ.
Ҡыт-ҡыт-ҡыт
Дуҫың саҡыра тауыҡ.
Ҡыт-ҡыт-ҡыт
Етте уйнарға ваҡыт.
- Балалар, ҡарағыҙ әле, тауыҡ ниңәлер һаман да бик бойоҡ. Һорайым әле ниңә тауыҡ ул тиклем бойоҡ икән?
- Себештәрем юғалды.
- Тауыҡҡа ярҙам итәйекме?
-Эйе.
- Әйҙәгеҙ минең эргәмә килегеҙ. Өҫтәлдә себештәр ята һәр берегеҙ берешәр себеш алығыҙ һәм себештәрҙең таҫмаларының төҫтәренә тап килтереп себештәрҙең өйҙәрен табығыҙ.
- Әйҙәгеҙ, тап килтереп һалығыҙ.
- Ислам, һин алған себештең таҫмаһы ниндәй төҫтә? Ниндәй төҫлө өйгә һалаһың? Афарин балалар бына себештәрҙең өйҙәрен таптыҡ, ҡарағыҙ тауыҡ ниндәй ҡыуанып китте, беҙгә рәхмәт әйтә.
- Балалар, ә хәҙер әйҙәгеҙ әле уйнап алайыҡ. Беҙ бөтәбеҙҙә себештәр.
- Йомшаҡ матур себештәр
Ҡанаттарын елпетә
Әсәләре саҡырһа
Улар йүгереп китә.
Һыу ярата себештәр
Ем сүпләйҙәр туҡтауһыҙ

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: