Сыбар тауыҡ

Страницы: <<  <  1 | 2

> Тауыштары ниндәй матур,
Ә үҙҙәре тынғыһыҙ.
- Афарин, балалар, ял итеп тә алдыҡ, ә хәҙер урындарға ултырып тынысландыҡ.
- Балалар, тауыҡ та ҡыуанып китте. Беҙҙең балалар сыбар тауыҡ тураһында әкиәт беләләр, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп китәйек.
- Борон-борон заманда кем йәшәгән?
- Бабай менән әбей.
- Уларҙың нимәләре булған?
- Сыбар тауыҡтары булған.
- Бер мәл тауыҡ нимә һалған?
- Йомортҡа һалған.
- Тик йомортҡа ябай түгел, ә ниндәй булған?
- Алтын булған.
- Бабай йомортҡаны нимә эшләгән?
- Эй ярған, эй ярған, тик яра алмаған, әбей ни эшләгән?
- Әбейҙә нимә эшләгән?
- Әбейҙә ярып ҡараған, ул да яра алмаған.
- Шул ваҡыт кем үтеп барған?
- Бер сысҡан үтеп барған, ҡойроғо менән йомортҡаға тейеүе була, йомортҡа иҙәнгә төшөп китә лә нимә була?
- Ярыла ла ҡуя.
- Бабай нимә эшләй?
- Илай, ти, әбей ҙә илай, ти. Ә сыбар тауыҡ ҡытҡылдап, уларҙы йыуата икән. Ҡыт-ҡыт-ҡыт илама бабай, ҡыт-ҡыт-ҡыт илама әбей.
- Мин һеҙгә алтын түгел, ябай йомортҡа һалырмын.
- Балалар, әйҙәгеҙ беҙ ҙә әбейгә күп итеп йомортҡа эшләйек.
- Бөтәгеҙ ҙә минең эргәмә килегеҙ. Өҫтәлдә ҡағыҙ ята ошо ҡағыҙға йомортҡалар эшләйек. Бумаланы ҡулға алып гуашҡа осо менән генә төртөп алып түңәрәктәр ярҙамында йомортҡалар эшләйек.
- Балалар, беҙ нимә эшләйбеҙ?
- Йомортҡа.
- Нисек итеп эшләйбеҙ?
- Түңәрәк итеп.
- Афарин. Тауыҡ та ҡарап ултырһын.
- Балаларҙың эш ваҡыты.
- Хәҙер әбей ҙә ҡыуанып китер. Тауыҡ беҙгә рәхмәт әйтә.

Йомғаҡлау.
Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа кем килде?
Беҙ тауыҡ менән нимәләр эшләйек?
Тауыҡҡа нимә эшләнек?
Әбейгә нимә эшләнек?
Балалар, тауыҡ буш ҡул менән килмәгән, ә бүләктәр алып килгән.





Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: