Светофор минем дуҫым

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Маҡсат:
-юл ҡағиҙәләрен нығытыу;
-юлда иғтибарлы булырға өйртеү;
-традицион булмаған алым аша һүрәт төшөрөргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: светофор, зебра, юл ҡағиҙәләре.
Эшмәкәрлек төрө: әкиәт уҡыу, уйын, һүрәт төшөрөү.
Дәрес барышы:
Ойоштороу моменты: балалар түңәрәккә тороғоҙ, шиғыр тыңлағыҙ.
Светофор тора юлда,
Күрһәтә ни бар алда
Йә киҫәтә: көтөгөҙ,
Йә, рөхсәт, ти үтегеҙ!
Нимә тураһында был шиғыр?
Бөгөн мин бер светофор күрҙем. Уның күҙҙәре елгә осоп төшкән. Беҙ уға ярҙам итәйекме? Кемгә ҡағыҙ бирәм, светофорҙың төҫтәрен буяп сығалар, ә кемдәрҙер минең менән һүрәтен эшләр.
Ултырығыҙ әле урындарығыҙға. Мин һеҙгә бер матур машина тураһында әкиәт һөйләйем. Был машина юлда бик күп сәйәхәт иткән. Бөтәһе лә уға ҡараған да: "Ниндәй матур машина!"- тигәндәр. Машинаға был һүҙҙәр бик ныҡ оҡшаған һәм ул тағы ла шәберәк йөрөй башлаған, хатта юл билдәләренә иғтибар итмәгән. Светофорҙың ҡыҙыл төҫө янғанда ла юл аша сыҡҡан. Бер мәл юл боролошонан йөк машинаһы килеп сыҡҡан. Еңел машина саҡ боролоп, ҡотолоп ҡалған. "Ни өсөн мин йөк машинаһына төкөлә яҙҙым?" - тип уйлаған.
-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был машина үҙен юлда дөрөҫ тотҡанмы?
-Ни өсөн?
-Эйе, юлда нисек йөрөргә кәрәк?
-Ә был машина ашығып йөрөгән.
-Светофорға иғтибар иткәнме?
-Светофор юл хәүефһеҙлегенән һаҡлай.
-Светофорҙың төҙөлөшөн ҡарайыҡ. (өҫтәлдә дүрт түңәрәк ята, таҡтала күҙһеҙ светофор).
-Өҫтә ниндәй төҫ яна (бер бала таҡтаға сығып ҡуя).
-Ниндәй төҫтө ҡуйҙың?
-Уртала (һары).
-Аҫта ниндәй төҫ?(йәшел).
-Светофорҙы дөрөҫ төҙөнөкмө?
-Нисә төҫтән тора?
-Улар беҙгә нимә эшләргә ҡушалар?
-Тимәк, юл аша сыҡҡанда нимәгә ҡарап үтәбеҙ?
-Ә нимә аша үтәбеҙ?
-Зебра нисек һ

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: