үрәтләнә? (таҡтаға зебра ҡуя).
-Һүрәткә ҡарағыҙ әле, кешеләр нимә эшләп торалар?
-Эйе, юл аша сығырға әҙерләнеп торалар.
-Юлда нимә һыҙылған? (эйе зебра).
Әйҙәгеҙ беҙ ҙә юл аша сығайыҡ. (Белмәҫйән килеп инә).
-Һаумыһығыҙ.
-Һаумыһығыҙ, Белмәҫйән.
Мин юл ҡағиҙәләрен боҙһалар, юл аша ярамаған урындан сыҡһалар яратам. Сығығыҙ юл аша, сығығыҙ ха - ха.
-Белмәҫйән, һин светофорҙың күҙҙәрен алып ташланыңмы әллә?
-Эйе, мин.
-Балалар, светофорҙы боҙорға яраймы?
-Ни өсөн кәрәк ул?
-Һин боҙоп йөрөмә. Балалар юл ҡағиҙәләрен беләләр.
-Мин дә беләм. Хәҙер тикшереп ҡарайым.
Белмәҫйән: Ҡыҙыл төҫ янһа, юл аша сыҡ!
-Дөрөҫмө, балалар?
Белмәҫйән: Бына һары төҫ янһа, юл асыҡ!
-Юҡ, һары төҫ янһа, әҙерләнергә генә кәрәк.
-Бына, йәшел, тик торорға юл ябыҡ. Балалар, йәшел төҫкә юл аша сығырға ярай.
-Балалар, юл билдәләрен юл билдәләрен беләләр.
-Йәшел төҫ яна, әйҙәгеҙ инде юл аша сығайыҡ. Һин, Белмәҫйән, иғтибарлы бул инде.
-Белмәҫйән светофор төҫтәрен бутамаһын өсөн беҙ светофор һүрәтен эшләйек.
-Светофор төҫтәре ниндәй фигура ҡуйылған.
-Өҫтәлдә өс ҡалаҡ ята, береһен алам да ниндәй төҫкә мандым? (ҡыҙыл). Ҡағыҙҙың өҫкө өлөшөнә баҫтым.
-Икенсе ҡалаҡты ниндәй төҫкә мандым?
-Эйе, һары төҫкә мандым. Ҡағыҙҙың урта өлөшөнә баҫам.
-Өсөнсө ҡалаҡты ниндәй төҫкә мандым?
-Эйе, йәшел төҫкә мандым һәм ҡағыҙҙың аҫҡы өлөшөнә баҫтым. Бына ошолай светофор килеп сыҡты. Эш бөткәс ҡулдарҙы салфеткаға һөртәбеҙ.
Балаларҙың эше.
-Эштәрҙе өҫтәлгә алып килеп һалығыҙ. Ҡалған балаларҙы ла саҡырайыҡ, улар ҙа буяп бөткәндәрҙер.
Белмәҫйән: Рәхмәт инде һеҙгә, ниндәй матур светофор килеп сыҡҡан. Хәҙер мин светофор төҫтәрен бер ваҡытта ла бутамаҫмын. Юл ҡағиҙәләрен бутамаҫмын. Юл
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>