. . (ағай- апай)
Өйөбөҙҙө пыр туҙҙырып,
Уйынсыҡтарын ташлай.
Һәр кешене ярата,
Тәмлекәс һорай башлай . . . . . (туғаным).
Бер- береһенә терәк,
Һәр ваҡыт улар кәрәк.
Бәхетле булам тиһәң,
Ҡәҙерен белер кәрәк.
Проектор һүндерелә.
Таҡтаға ҡарайыҡ әле, балалар, нимә һүрәтләнде унда? (ҡурай)
Тәрбиәсе. Афарин!Беҙҙең ғаиләбеҙгә йәшәргә бик матур өй ҙә кәрәк. Төҙөйбөҙме, балалар? (геометрик фигуралар ҡулланып , өҫтәлдә картина төҙөлә).
Тәрбиәсе. Ниндәй матур өй килеп сыҡҡан! Уның ҡыйығы ниндәй формала (өсмөйөш)?Ниндәй төҫтә?Өй ниндәй төҫтә? (һары)Ниндәй формала?
(Төҫтәр һәм гоеметрик фигураларҙы һорау)
Тәрбиәсе. Арып киттегеҙме, балалар?Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ.
(Дәртле көй уйнай. "Тирмәкәй" уйынын уйнау. )
Тәрбиәсе. Беҙҙе Флүзә инәй һөт ризыҡтарын тәмләтергә ҡунаҡҡа саҡырғайны. Барабыҙмы?Нимәгә ултырып барабыҙ? (автобусҡа)
Автобусты бөгөн Арсен йөрөтә.
2-се тәрбиәсе балалар менән һаулыҡ һорашҡандан һуң, һөттән яһалған аҙыҡтар, уларҙың файҙаһы хаҡында һөйләп ишеттерә. Ҡорот, эремсек,май кеүек исемдәрҙе бергәләп ҡабатлайҙар. Ауыҙ итәләр.
Тәрбиәсе. Флүзә инәйгә рәхмәт әйтәйек, балалар. Бик күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе, һыйланы.
Балалар кире ултырғыстарға ҡайтып ултыралар.
Тәрбиәсе. -Бөгөнгө көнөбөҙ матур үттеме , балалар?
oo Нимәләр хаҡында һөйләштек?
oo Ғаиләлә кемдәр йәшәй?
oo Һөттән ниндәй ризыҡтар эшләп була?
Бөгөн күп нәмә белдек, күп эштәр атҡарҙыҡ. Афарин, балалар!Йомғаҡлап, әйҙәгеҙ, бергәләп, "Әсәй менән гөл ултырттыҡ" йырын йырлап үтәйек. (Йырлайҙар)
Страницы: << < 1 | 2