Балалар залға инә. Һаулыҡ һорашалар.
Тәрбиәсе. Бөгөн беҙҙең кәйеф шәп,
Күңелдәр күтәренке.
Көнөбөҙ гөрләп үтһен,
Ҡояштай көлөп торһон. (Балалар ултырыша)
Балалар, мин һеҙгә шиғыр һөйләп ишеттерәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Нимә тураһында икән был шиғыр?
Бар бында атай- әсәй,
Олатай һәм өләсәй.
Бар ағай- апайҙарым,
Йүгереп йөрөй туғандарым.
Бына шундай ҙур,
Татыу беҙҙең -. . . . . (ғаилә)
Эйе, тап шулай. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ғаилә тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Әйҙәгеҙ,экранға иғтибар итәйек.
-Һүрәттә кемдәрҙе күрәбеҙ? (1 слайд)атай, әсәй, балалар
-Ғаиләлә тағы кемдәр йәшәй? (2 слайд)олатай, өләсәй
Мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, ә һеҙ яуаптарын табығыҙ. (Тәрбиәсе йомаҡ әйтә, балалар яуап бирә. Яуап биргән бала магнитлы таҡтаға ҡурай тажын йәбештерә)
Иртән иртүк ул тора,
Йыуа , тегә, бешерә.
Беҙҙе өҙөлөп ярата,
Тәмле сәйҙәр эсерә. . . (әсәй)
(Бер- нисә баланан әйттерергә мөмкин. )
Ә кем әсәй тураһында шиғыр белә? (бер бала шиғыр һөйләй. Шиғыр ҙан бер һөйләмде бергәләп ҡабатлау).
Көрәк, балта ,сүкеш,
Ҡулында уйнап тора.
Беҙҙе эшкә өйрәтә,
Ватылғанды төҙәтә. . . ( атай)
(Атай тураһында шиғыр һөйләтеү. Шиғырҙан бер һөйләмде бергәләп ҡабатлау)
Беҙҙе көн дә иркәләй,
Әсәйгә лә ул әсәй.
Тәмле ҡоймаҡ бешерә,
Ул бит беҙҙең. . . (өләсәй)
(Өләсәй тураһында шиғыр һөйләтеү. Шиғыр ҙан бер һөйләмде бергәләп ҡабатлау)
Аҡыллы кәңәш бирә
Атайға ул бит атай.
Өйөбөҙҙөң бер йәме,
Ул бит беҙҙең . . . . . (өләсәй).
(Олатай тураһында шиғыр һөйләтеү . Шиғыр ҙан бер һөйләмде бергәләп ҡабатлау. )
Атай- әсәйгә ярҙамсы,
Мәктәптә улар уҡый.
Минең өсөн ҙур терәк,
Ҡәҙерле. . . . .
Страницы: 1 | 2 > >>