Сценарий утренника на 8 марта

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

Беҙ яҙҙы эҙләйбеҙ
Музыка аҫтында балалар залға инәләр,ярым түңәрәк яһап торалар.
Алып барыусы:
Ниңә бөгөн бөтә ерҙә
Сәскәләр балҡый беҙҙә
Ниңә ҡояш көлөп ҡарай
Беләбеҙ бөтәбеҙҙә!
Бала:
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе әсәйҙәр
Көләс йөҙлө өләсәйҙәр
Эштә уңған апайҙар
Һигеҙенсе март менән!
Бала:
С днем 8 марта!
Праздником весенним!
С радостным волненьем
В этот светлый час!

Дорогие наши,
Добрые, хорошие,
С днем 8 марта
Поздравляем Вас!

Бала:
Мин әсәйемде яратам
Ул да мине ярата
Бүләк итеп йыр сығарҙым
Әсәйем тураһында.
Йыр "Әсәйҙәр байрамы"
(Балалар ултыралар)
Алып барыусы:
Күңелдәргә шиңмәҫ нурҙар тула
Яҙ байрамы булған өсөн ме
Иңҡәҙерле итеп ҡабатлайым
"Әсә" - тигән бөйөк исемде.
Хөрмәтле әсәйҙәр, тик һеҙҙең өсөн ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү
Бейеү "Күбәләк"
Залға йүгерепФиксик Симка килеп инә.
Фиксик Симка: Һаумыһығыҙ, хәйерле көн! Яҙҙың беренсе байрамы менән. Ә тышта һаман да һыуыҡ уф өшөнөм.
Алып барыусы:
Һипкелкәй ә һин ҡайҙан киләһең?
Фиксик Симка:: Ҡайҙан, ҡайҙан. Яҙһылыуҙы мин эҙләйем. Димычҡа ярҙам итер кәрәк бит,ул яҙҙы көтә. Бына бында күңелле тауыштар ишеттем дә килеп индем.
Ә-ә-ә. (Илай)
Алып барыусы:
Нимә булып китте, нимәгә илайһың һуң.
Фиксик Симка:: Нимә-нимә,Яҙһылыуҙы тиҙерәк тапҡым килә.
Алып барыусы:
Юҡҡа илама Фиксик,оҙаҡламай беҙҙең шат йырҙарҙы, дәртле бейеүҙәребеҙҙе ишетеп Яҙһылыу үҙе лә килеп етер. Бөгөн бит әсәйҙәрҙең генә байрамы түгел,тағы ла кемдәрҙең байрамы әле балалар?Симкабәлки һин беләһеңдер?
Бергә: Апайҙарҙың,ҡыҙҙарҙың һәм өләсәйҙәрҙең байрамы.
Алып барыусы:
Балалар әйҙәгеҙ өләсәйҙәрҙе лә байрам менәнҡотлап үтәйек. <

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: