Сценарий утренника на 8 марта

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4 | 5  >  >>

Йыр "Толпар ат"
Фиксик Симка:. Балалар ә һеҙ әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙме?
Алып барыусы:
Беҙҙең балалар йыр-бейеүгә генә түгел һүҙгә лә оҫталар.
Мәҡәлдәр.
Әсә - өйгә нур сәсә.
Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала.
Әсәйөйҙә - ҡот өйҙә.
Әсәҡулы алтын.
Әсәле бала - иркәле бала.

Фиксик Симка:. Рәхмәт балалар зирәкһегеҙ икән. Әйҙәгеҙ минең менән тағы ла уйнап алайыҡ.
Уйын "Әсәйгә ярҙам итәм"(кер элеү һәм йыйып алыу)
(Өй тора,тауыш ишетелә)
Яҙһылыу: Уянам,уянам
Киләм һеҙгә балалар.
(Өйҙән сыға)
Яҙһылыу. Һаумыһығыҙ балалар,хәйерле көн ҡунаҡтар. Бына мин дә килеп еттем,йылы аҙымдар менән атлап үттем ерҙәрҙән,алып килдем мин ҡояштың,яҙҙың тәүге сәләмен.
Балалар. Һаумы Яҙһылыу!
Алып барыусы:
Әйҙә түрҙән уҙ Яҙһылыу. Беҙ һие һағынып көттөк.
Фиксик Симка:Ура - ура бына ул минең Яҙ апайым да килеп етте. Ә һин килгәнсе беҙ балалар менән күңелле уйындар уйнаныҡ,матур йырҙар йырланыҡ,шат бейеүҙәр бейенек. Улар шундай уңған балалар. Минең Димыч ағайым хәҙер ҡыуанып китә инде.
Яҙһылыу. Залда шундай күңелле, яҡлы. Байрам менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Балалар,әйҙәгеҙ байрам бүләге итеп яҙҙың тәүге сәскәләрен әсәйҙәргә бүләк итәйек .
Бүләк бирәләр.
(балалар ултыралар)
Алып барыусы:
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын
Юлдаш булһын ҙур - ҙур уңыштар
Ғүмерлеккә булһын йылмайыуҙар
Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар

Йыр "Әсәйҙәр байрамы"(байрам бөгөн)
Яҙһылыу. Матур итеп йырланығыҙ бәлки минең менән бергәләп уйнап күңел асып алырһығыҙ. Яҙ ул бөтә тәбиғәт уяна,ҡарҙар ирей,ағастар бөрөләнә башлай,һуңынан инде сәскәләр ата эйеме балалар. Сәскәләр яһап уйнап алайыҡ.
Уйын "Таҫма бәйлә"
(Ҡулдарға таҫма

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4 | 5  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: